ЦЕХАНОВЕЦКИЙ Болеслав Павлович
ЦЕХАНОВЕЦКИЙ Болеслав Павлович (1857, Витебск губ. — 1917, башҡа мәғлүмәттәр б-са, 1910), дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1901). Дворяндарҙан. Император хоҡуҡ белеме уч-щеһын тамамлаған (С.-Петербург, 1878). Юстиция министрлығында һәм Сенаттың 3-сө департаментында, 1879 й. алып Финанс министрлығында хеҙмәт итә. 1883 й. башлап Полоцк дворяндарының өйәҙ етәксеһе һәм Витебск губ. крәҫтиән эштәре б-са өйәҙ присутствиеһы рәйесе, 1892 й. — Таврия губерна присутствиеһының даими ағзаһы, 1897 й. — Иркутск, 1901 й. — Пермь, 1904 й. алып Смоленск вице-губернаторы. 1905 й. июнь—дек. Өфө губернаторы. Революция (1905—07) осоронда Өфө т. юлы оҫтаханаларының (ҡара: Өфө тепловоздар ремонтлау заводы) баш күтәргән эшселәре алдында сығыш яһай, һуңыраҡ унда ғәскәр индерә; тәфтиш аҫтында булмаған сәйәси тотҡондарҙы азат итә, А.И.Свидерский һәм рев-ция хәрәкәтенең башҡа эшмәкәрҙәре м-н һөйләшеүҙәр алып бара, демонстрацияларҙа ҡатнаша һ.б. 1-се дәрәжә Изге Владимир орд. м-н бүләкләнгән (1901).
Р.И.Ҡантимерова
Тәрж. М.Х.Хужин