Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СКВОРЦОВ ЦИМБЕЛЛАҺЫ

Просмотров: 848

СКВОРЦОВ ЦИМБЕЛЛАҺЫ (Cymbella skvortzowii), бер күҙәнәкле диатом ылымыҡтар төрө. Ҡапҡастары ярым эллипс формаһында, асимметрик, ҡабарынҡы арҡа һәм ҡорһаҡ сите тура тиерлек, оҙонлоғо 25,9— 67,2 мкм, киңлеге 11,2—24,0 мкм; остары суҡыш рәүешле һуҙылған, киң йомрайтылған, радиаль, шыма ҡырҙар рәүешендә штрихтары (10 мкм 5—10 дана) бар. Үҙәк һәм урта ситтәре бер киң ланцет сит барлыҡҡа килтерә. Йөйө ҡапҡастың ҡорһаҡ сите янында урынлашҡан, поляр ярыҡтары, ҡапҡастар кеүек үк, арҡа ситенә табан бөгөлгән. Хроматофоры берәү, балдаҡ яғынан урынлашҡан. Сөсө һыу ятҡылыҡтарының төбөндә йәшәй. Башҡортостанда “Красноусол” шифаханаһы терр‑яһында (“Минераль канал” ятҡылығы) табылған. Һирәк осраған төр.

Ф.Б.Шкундина

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019