Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЦИРК СӘНҒӘТЕ

Просмотров: 1496

ЦИРК СӘНҒӘТЕ, акробатика, эквилибристика, жонглёрлыҡ итеү, клоунада, хайуандарҙы өйрәтеү һ.б. үҙ эсенә алған сәнғәт төрө. 19 б. аҙ. Өфөлә тәүге тапҡыр итальян труппаһы артистары гастролдәрҙә була, уларҙың сығыштары өсөн Үрге Сауҙа майҙанында түңәрәк ағас балаган төҙөлә. 20 б. башында Э.О.Стракай, В.Т.Соболевский, Э.А. Стрепетов һ.б. цирк труппалары, 20-се йй. алып Үҙәк дәүләт цирктары идаралығының (хәҙ. Рәсәй дәүләт цирк компанияһы) цирк труппалары сығыш яһай. Цирк тамашалары ш. уҡ Ушаков паркында (ҡара: Ленин В.И. исемендәге парк) ҡоролған балагандарҙа үтә. Башҡорттарҙа Ц.с. элементтары айырым формаларҙа электән булған. Һабантуйҙарҙа һыбайлылар, көрәшселәр, уҡсылар, бейеүселәр, музыканттар үҙ оҫталыҡтарын күрһәткән. Проф. башҡорт Ц.с. барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше 1968 й. Өфө циркы асылғандан һуң башлана. 1970 й. Башҡорт цирк студияһы ойошторола, уны тамамлаусылар (Л.В. Авершина, Л.П.Брилякова, А.Ғ. Вилданов, Р.С.Вәлиуллина, Ю.Х.Ғәзизов, Г.М.Ғәзизова, Йәрмөхәмәтовтар, Т.Ю.Казакова, Касеевтар, С.Ғ. Кирәев, Кокориндар, В.Г. Магазейщиков, Солтангәрәевтар, Л.В. Суанова, Х.Ғ.Сәфәрғәлин, Фәйрүзевтар, Шакировтар, Әсәҙуллиндар һ.б.) Башҡорт цирк коллективы нигеҙен тәшкил итә. Башҡорт труппаһының “Сәскәат, Башҡортостан!” тәүге цирк программаһында акробатика, атлы цирк, жонглёрлыҡ итеү, клоунада, хайуандарҙы өйрәтеү, эквилибристика күрһәтелә; уның айырым номерҙары һәм трюктары уникаль тип таныла һәм цирк классикаһына индерелә, ш. иҫ. “Ирекле сымда эквилибр”, “Юғарыға сөйә торған таҡталар менән һикереүсе акробаттар” һ.б. Һуңыраҡ “Йөрәктән йөрәккә” (1979), “Манеждағы һабантуй”, “Дуҫлыҡ аренаһы” (1989) программалары төҙөлә. Башҡорт цирк коллективының тәүге дир. — Р.Н. Дербишева (1973 й. алып), 1982—90 йй. — Ғәзизов. 90-сы йй. башында “Союзгосцирк” Бөтә Союз бе­рекмәһендә милли коллективтар таратыла. 1991 й. Башҡорт цирк коллективы тарҡала, уның ҡайһы бер артистары төрлө труппалар составында сығыш яһай. Башҡорт Ц.с. үҫешенә ш. уҡ Н.П.Барзилович, Ф.Х.Иҡсанов, Г.В.Анищенко, Ф.Ә.Ғәскәров һ.б. өлөш индергән. 70-се йй. алып республикала үҙешмәкәр цирк түңәрәктәре, студиялары, ш. иҫ. Нефтекама филармонияһының “Сыңғыҙ һәм Тамерлан” эстрада-цирк труппаһы, “Юность”, Бөрө ҡала мәҙәниәт һарайының “Алёна” (1995, 2000 й. “халыҡ” исемен ала; етәксеһе В.М.Шуматов), Салауат ҡ. “Йәшлек” балалар-үҫмерҙәр үҙәгенең “Серпантин” (2001, 2003 й. башлап “өлгөлө”; етәкселәре Л.М. һәм В.С. Ризиндар), Химиктар мәҙәниәт һарайының “Йәшлек” (2007; етәксеһе И.В.Шәймөхәмәтов) цирк студиялары һ.б. эшләй.

Ф.Ф.Ғәбитов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019