Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЦИРКОНИЙОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

Просмотров: 968

ЦИРКОНИЙОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, составында “цирконий—углерод” бәйләнеше булған органик берләшмәләр. Ц.б. цирконий 0, +2, +3, +4 окисланыу дәрәжәһендә булыуы мөмкин. Комплекстарҙың күпселеге гетеролиганд типҡа ҡарай, 1—3 циклопентадиенил лигандлы комплекстар айырыуса күберәк өйрәнелгән. Составында η3-аллил, η4-бутадиен, η6-арен һәм η8-циклооктатетраен лигандтары булған аҙ һандағы Ц.б., [Zrη6-C(CH)Cl]n+ (n=0—3) тибындағы кластер берләшмәләре, ш. уҡ ZrRтибындағы комплекстар, бында R=CH3, CHPh, CHC(CH)һәм CHSi(CH)3, билдәле. Циклопентадиенил, инденил, флуорениллигандтары булған цирконий комплекстары алынған. Бөтә Ц.б. “цирконий—углерод” бәйләнештәре полярлашҡан. Ц.б. күпселеге һауала тотороҡһоҙ була һәм цирконий оксиды сығарылмаларына әйләнә. Цирконий дигалогенидтарын натрий циклопентадиениды м-н цирконий хлоридын тәьҫирләштереп синтезлайҙар; ш. уҡ моно-һәм трис-циклопентадиениллы Ц.б. цирконоцендигалогенидтан алалар. Башҡортостанда Ц.б. химияһы б-са тикшеренеүҙәр 80-се йй. Химия ин-тында У.М.Джемилев етәкс. башлана, 90-сы йй. алып Нефтехимия һәм катализ ин-тында үткәрелә. Органик синтезда, олефин, диен һәм ацетилендар әүерелештәре металл комплекслы катализында интермедиаттар сифатында цирконийҙың металорганик комплекстарын ҡулланыу б-са мәғлүмәттәр системалаштырылған. Туйындырылмаған бер­ләшмәләрҙе гидроцирконлаштырыу, алкил-һәм алкенилцирконийлы комплекстарҙың электрофиллы реагенттар, α, β-туйындырылмаған кетондар, арил-һәм винилгалогенидтар, күсемле һәм күсемһеҙ металдарҙың тоҙҙары м-н реакциялары, катализаторҙар сифатында цирконий комплекстарын олефин һәм диендарҙың гомоген гидрирлауизомерлаштырыу, һыҙыҡлы димеризациялау һәм олигомерлаштырыу, ш. уҡ уларҙы гидро-һәм карбометаллаш­тырыу (О.С.Вострикова, Ә.Ғ. Ибраһимов һ.б.) реакцияларында файҙаланыу б-са тикшеренеүҙәр үткәрелгән. 1983 й. цирконий тоҙо булғанда α-олефиндарҙы этилмагнийлау реакцияһы (ҡара: Джемилев реакцияһы), 1989 й. — титан һәм цирконий комплекстары булғанда олефин, ацетилендарҙы һәм төрлө структуралы эйәртеүле диендарҙы каталитик циклоалюминлаштырыу һәм цикломагнийлау реакциялары асылған.

У.М.Джемилев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: