Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЦИТОЛОГИЯ

Просмотров: 1108

ЦИТОЛОГИЯ (гр. kүtos — көпшә, күҙәнәк һәм ...логия), күҙәнәктәр т-да фән. Күп күҙәнәкле хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең туҡыма күҙәнәктәре төҙөлөшөн һәм функцияларын, ядро-цитоплазмалы комплекстарҙы (симпласттар, синцитийҙар һәм плазмодийҙар), бер күҙәнәкле хайуандарҙы һәм үҫемлек организмдарын, ш. уҡ бактерияларҙы өйрәнә. Ц. анатомия, биохимия, генетика, гистология, молекуляр био­логия, физиология, эмбриология һ.б. м-н бәйле. Төп маҡсаттары: суб-һәм микроскопик структураларҙы; матдәләрҙең күҙәнәккә үтеп инеү ысулдарын, уларҙың бүленеп сығыуын һәм был процестарҙа мембраналарҙың ролен; макроорганизмдың һәм тирәҡ мөхиттең нервы һәм гумораль стимулдарына күҙәнәктәрҙең реакцияһын; ярһыуҙы ҡабул итеү һәм үткәреүҙе; күҙәнәктәрҙең үҙ-ара тәьҫир итешеүен; боҙолоуҙарҙың репарацияһын һәм мөхит факторҙарына һәм боҙоусы агенттарға адаптацияны; күҙәнәктәр һәм күҙәнәк структуралары репродукцияһын; морфофизиологик махсуслаштырыу (дифференциациялау) процесында күҙәнәктәрҙең үҙгәреүен һ.б. тикшереү. Бүлектәре: иммуноцитология, кариосистематика, онкологик, радиацион Ц., цитогенетика, -патология, -экология һ.б. Ц. рекомбинант ДНК-лар технологияһы ҡулланыла, был технология уның күҙәнәк структуралары т-да мәғлүмәтте кодлаусы теләгән бер өлөшөн ҡырҡып алырға һәм уны үҙ аллы арттырыусы генетик материалға (мәҫ., вирустыҡына) ҡуйырға мөмкинлек бирә. 20 б. 30-сы йй. БДМУ-ла Н.И.Чурбанов етәкс. аш һеңдереү системаһы ағзаларын цитологик аспектта тикшереү башлана, И.И.Садовников һәм Н.Р. Царапкин тарафынан дауам ителә. 50—70-се йй. аш һеңдереү ағзаларының һәм ҡан күҙәнәктәренең нормаль иннервацияһы өйрәнелә (Н.С.Ши­манов етәкс.), периферик ҡан һәм ҡыҙыл кимек матдәһе күҙәнәктәренең морфофункциональ характеристикалары билдәләнә, насар экологик шарттарҙа күҙәнәктәр адаптацияһының иң информатив параметрҙары асыҡлана (Л.И.Бикбулатова, В.И.Киясова, Ф.Ә.Ҡәйүмов, Р.В. Росинская һ.б.), ҡан күҙәнәктәренең һан һәм цитохимик күрһәткестәренең төбәк нормативтары аныҡлана, антропоген факторҙарҙың кеше һаулығына йоғонтоһон баһалау өсөн тестар эшләнә. 80-се йй. мускул туҡымаларының гистогенезы һәм регенерацияһы проблемалары тикшерелә, төрлө мускул епсәләренең морфофункциональ үҙенсәлектәрен тергеҙеүҙә антиоксиданттарҙың роле (Г.Ф.Батыршина, Р.К.Данилов, З.Б. Ишмәева, Х.Х. Мырҙабаев һ.б.), насар факторҙарҙың тәьҫиренә яраҡлашҡанда “әсә—бала ятҡыһы—ярал­ғы” системаһында ҡан һәм бала ятҡыһы күҙәнәктәренең морфофункциональ үҙенсәлектәре (Ҡәйүмов, Р.М.Хәйруллин һ.б.) асыҡлана. 20 б. аҙ. башлап пуля яралары уңалған ваҡыттағы регенерация процесында мускул, тоташтырғыс һәм эпителий туҡымаларының күҙәнәктәрен морфофункциональ тикшереү алып барыла (Данилов, А.Х.Ланичева, Мырҙабаев, Р.Т.Сөләймәнова һ.б.).

Әҙәб.: Данилов Р.К. Раневой процесс: гистогенетические основы. СПб., 2008.

Х.Х.Мырҙабаев, Р.Т.Сөләймәнова, В.Ғ.Шамратова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019