Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЦИЦЕРБИТА

Просмотров: 795

ЦИЦЕРБИТА (Cicerbita), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, күбеһенсә Евразияның уртаса бүлкәтендәге таулы райондарҙа таралған. Башҡортостанда урал Ц. үҫә. Күп йыллыҡ оҙон тамырһабаҡлы үлән, бейеклеге 80—200 см. Һабағы бураҙналы, ҡыуыш эсле, өҫкө өлөшөндә төклө. Япраҡтарының аҫ яғы һәм ситтәре төклө; аҫҡы япраҡтары эре, оҙонлоғо 50 см тиклем, һөңгө йәки йөрәк-өсмөйөшкә оҡшаш, ҡанатлы һабы бар; урта япраҡтары лира формаһында, йышыраҡ 1 пар ян сегменты була, аҫҡы япраҡтары кеүек һабаҡты яртылаш ҡаплаған; өҫкө япраҡтары оҙонса ланцетҡа йәки ланцетҡа оҡшаған, һабаҡты тотош уратып алған. Сәскәһе тел япраҡлы, зәңгәр төҫтә, 25—30‑лап һепертке башлы-ҡалҡан сәскәлектәге кәрзиндәргә йыйылған. Июнь—августа сәскә ата. Емеше — ике өлпөлө эллипс рәүешендәге орлоҡса, август—сентябрҙә өлгөрә. Башлыса киң япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы-киң япраҡлы урмандарҙа, әрәмәләрҙә, урман аҡландарында, тау болондарында, ҡырҡындыларҙа, урман юлдары буйлап үҫә. Урман зонаһында һәм урман-дала зонаһының төньяҡ өлөшөндә, күбеһенсә Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүендә (Архангел, Бөрйән, Ғафури, Мәләүез һ.б. райондар) осрай. Эндемик. Мал аҙығы үҫемлеге.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.02.2024