Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЦУЛЫГИН Николай Леонидович

Просмотров: 1350

ЦУЛЫГИН Николай Леонидович (29.5.1975, Өфө ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1995). БДПУ‑ны тамамлаған (2002). Салауат Юлаев СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.И.Воробьёв). Салауат Юлаев (1992—95, 1998—99, 2000—01, 2004—06), Үҙәк армия спорт клубы (Мәскәү ҡ., 1995), “Аҡ Барыҫ” (Ҡазан ҡ., 1999—2000), “Северсталь” (Череповец ҡ., 2001), “Металлург” (Магнитогорск ҡ., 2002), “Нефтехимик” (Түбәнге Кама ҡ., 2003—04), “Динамо” (Мәскәү ҡ., 2005), “Себер” (Новосибирск ҡ., 2007), “Торпедо” (Түбәнге Новгород ҡ., 2007—08) хоккей клубтары һәм Милли хоккей лигаһы клубтары (АҠШ, 1995—98) өсөн уйнай. Рәсәй чемпионы (2005), Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2000), Милләт-ара хоккей лигаһы (1995) һәм Рәсәй (2001) чемпионаттарының бронза призёры, Халыҡ‑ара хоккей федерацияһы кубогын яулаусы (1994). Йәштәр араһында донъя чемпионатының бронза призёры (1994). Үҫмер спортсылар араһында Европа чемпионатының көмөш призёры (1993). Үҫмерҙәр араһында БДБ беренселеге еңеүсеһе (1992). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1994—96, 1999—2000). 2015 й. алып “Толпар” хоккей командаһының баш тренеры ярҙамсыһы (Өфө ҡ.), 2017 й. башлап “Салауат Юлаев” хоккей клубы тренеры (2018—20 йй. баш тренеры).

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.01.2023
Связанные темы рубрикатора: