Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘРИҒӘТ

Просмотров: 1381

ШӘРИҒӘТ (ғәр. шәриғә, һүҙмә‑һүҙ — хаҡ юл), исламда дини, әхлаҡи‑этик һәм хоҡуҡи нормалар йыйылмаһы, мосолман шуларға ярашлы йәшәргә тейеш. Ш. сығанаҡтары — Ҡөрьән, Сөннә, фикһ. 7—12 бб. Ғәрәп хәлифәлегендә эшләнә. Ш. ярашлы мотлаҡ (фарыз); тәҡдим ителгән, әммә мотлаҡ булмаған (мөстәхәб); тыйылмаған, ләкин хупланмаған (мәкруһ); асыҡ күрһәтмәһеҙ нейтраль (мөбах); тыйылған (харам) ҡылыҡтар була.

Башҡорттарҙа Ш. йола хоҡуғы м‑н бер рәттән 20 б. башына тиклем хоҡуҡ сығанағы булып тора. Ш. ҡанундарына ярашлы ғаилә-никах мөнәсәбәттәре, никахҡа инеү һәм уны өҙөү (ҡара: Айырылышыу), балаларҙың ата‑әсәләрҙе тыңламау, кәләш өсөн ҡалым түләүҙән баш тартыу, кеше кәләшен урлау һәм уға өйләнеү, зина ҡылыу һ.б.; мөлкәтте мираҫ итеп алыу һәм уны бүлеү мәсьәләләре; Ш. һәм Ҡөрьән ҡанундарының күрһәтмәләрен боҙған мосолмандарҙың дини яҙыҡлыҡтары; шәхси дәғүәләр ҡарала. Ш. судтарындағы суд функциялары мосолман руханиҙары, 1830 йй. алып указлы муллалар (вазифа­лары Губерна идараһының указы м‑н раҫланған) тарафынан башҡарыла. Ырымбур мосолман диниә назараты асылғанға ти­клем ғаилә һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре б‑са мәсьәләләрҙе ҡараған дини эштәр судына ахундар етәкселек итә. 1788 й. башлап Ырымбур мосолман диниә назараты Ш. судының иң юғары инстанцияһы була, ш. уҡ дөйөм Рәсәй ҡануниәте нормаларына таянып эш итә. Мосолман руханиҙарына Ш. енәйәт эштәре, мосолман әхлағын боҙған өсөн тән язалары, иртә никахтар б‑са Рәсәй дәүләте ҡанундарына ҡаршы килгән ҡағиҙәләрен ҡулланыу тыйыла. Ш. судтарының ҡарарҙарына Ырымбур мосол­ман диниә назаратында, ЭЭМ‑дың Дини эштәр идаралығында, гражданлыҡ судтарында ялыу бирергә мөмкин була. Рево­люциянан (1917) һуң Ш. судтары бөтөрөлә. Ш. ҡайһы бер ҡағиҙәләре (дини, әхлаҡи‑этик) мосолмандарҙың көндәлек тормо­шонда күҙәтелә (ҡара: Мосолман байрамдары, Мосолман йолалары).

Әҙәб.: Самигуллин В.К. Ислам и право: опыт постижения. Уфа, 2006.

Д.Д.Азаматов, Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: