Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘРИПОВ Тәлғәт Муса улы

Просмотров: 1134

ШӘРИПОВ Тәлғәт Муса улы [1.1. 1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) Имәнлеҡул а. — 21.3.2013, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], композитор. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1989) һәм атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1978). Р.М. Шәриповтың ағаһы. Респ. мәҙәни ағартыу мәктәбен (Стәрлетамаҡ ҡ., 1954), Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1973; Н.Я.Инякин класы) тамамлаған. 1954—55 йй. Башҡ‑н респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһының (Стәрлетамаҡ) концертмейстеры, 1958—61 йй. уҡытыусыһы, 1955—58 йй. Кушнаренко район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе. 1961 й. алып Өфөлә: Башҡорт респ. халыҡ ижады йортоноң халыҡ ҡоралдары оркестрында аккомпаниатор‑концертмейстер, 1965—68 йй. ме­тодист, 1969 й. башлап дирижёр, 1970 й. алып 20‑се урта мәктәптә, 1974—89 йй. 1‑се Өфө мәктәпкәсә пед. уч‑щеһында уҡыта. Р.С.Янбулатова либреттоһына“Мөхәббәт ялҡындары” (1983) муз. комедияһы; башҡорт, татар шағирҙарының ши­ғырҙарына, үҙенең текстарына яҙылған 400‑ҙән ашыу йыр (ш. иҫ. балалар өсөн йырҙар), вальс һәм романс: А.Игебаев шиғырына “Берҙән берем — ғәзиз ерем”, Ғ.Й.Рамаҙанов шиғырына “Имәндәр шаулай”, Ф.Ә.Әсәнов шиғырына “Янғантау баҫҡыстары”, Н.Иҙелбай шиғырына “Тыуған ауылым”; камера‑инструменталь әҫәрҙәр; спектаклдәргә музыка һ.б. авторы. Кушнаренко район мәҙәниәт йортоноң татар театрын ойоштороусы һәм уның художество етәксеһе (1958; 1962 й. “халыҡ” исемен алған). Бөтә Рәсәй ауыл үҙешмәкәр сәнғәте смотры лауреаты (Мәскәү, 1965). Имәнлеҡул а. ағалы‑ҡустылы Шәриповтар исеме м‑н урам аталған.

Хеҙм.: Имәндәр шаулай: йырҙар. Өфө, 1975; Юлдарым һиңә бара: йырҙар. Өфө, 1991; Ташҡындарҙа аҡһын һағышым: йырҙар. Өфө, 1993.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.05.2023