ШӘРИПОВА Марина Юрьевна
ШӘРИПОВА Марина Юрьевна (15.4.1958, Салауат ҡ.), ботаник. Биология фәндәре докторы (2007). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ уҡыта (1994—95 йй. биология факультеты деканы урынбаҫары). Фәнни эшмәкәрлеге ылымыҡтар экологияһына арналған. Ш. тарафынан тәбиғи һәм кеше йоғонтоһонда формалашҡан экотондарҙың төп кластарындағы альгоценоздарҙың экологик‑флористик һәм структур ойошҡанлығы өйрәнелә; Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы экотондарындағы ылымыҡтарҙың төр составы асыҡлана һәм уларға экологик характеристика бирелә.
Х е ҙ м.: Водоросли экотонных сообществ. Уфа, 2006.
Тәрж. Г.А.Миһранова