Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘРИФЙӘНОВ Вадим Рим улы

Просмотров: 1337

ШӘРИФЙӘНОВ Вадим Рим улы (23.12.1975, Өфө ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1995). БДУ‑ны тамамлаған (2001). Салауат Юлаев СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.И.Воробьёв). 1992—94 йй. Салауат Юлаев, 1994—95 йй. Үҙәк армия спорт клубы (Мәскәү ҡ.), 2001—02 йй. “Лада” (Тольятти ҡ.) һәм “Северсталь” (Череповец ҡ.), 2002—03 йй. “Спартак” һәм “Крылья Советов” (икеһе лә — Мәскәү ҡ.), 2003—04 йй. “Металлург” (Новокузнецк ҡ.) хоккей клубтары һәм армия спорт клубы (Санкт‑Петербург ҡ.) өсөн уйнай. 1995—2001 йй. Милли хоккей лигаһы (АҠШ, Канада), 2004—05 йй. Швеция һәм Франция клубтары өсөн сығыш яһай. Йәштәр араһында донъя чемпионаттарының көмөш (1995) һәм бронза (1994) призёры. Үҫмер спортсылар араһында Европа чемпионаттарының көмөш (1993) һәм бронза (1992) призёры. Үҫмерҙәр араһында БДБ чемпионы (1992). 2011 й. алып тренер эшендә.

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.12.2022
Связанные темы рубрикатора: