Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАРЬЯЖ ТЕОРИЯҺЫ

Просмотров: 1168

ШАРЬЯЖ ТЕОРИЯҺЫ, ер ҡабығының структураһы һәм составы формалашыуында горизонталь хәрәкәттәрҙең роле т‑да тәғлимәт. Ш.т. авторҙары: М.А.Камалетдинов, Т.Т.Казанцева, Ю.В.Казанцев. Шарьяж структуралары 19 б. уртаһында Альп тауҙарында асыла (М.Бертран, М.Люже, Э.Арган һ.б.). Боронғо күсмә зоналарҙа улар билдәле булмай, мезозой йәшендәге йыйырсыҡлы өлкәләрҙә (Альп, Гималай һ.б.) сикле таралыуҙары т‑да фекер ҡабул ителә. Башҡа тау системалары, ш. иҫ. Урал, ер ҡабығының вертикаль хәрәкәттәренән барлыҡҡа килеүсе йыйырсыҡтарҙан һәм блоктарҙан төҙөлгән, тип иҫәпләнә. Ш.т. ярашлы, Ер литосфераһы бик күп тектоник пластиналарҙан (шарьяждарҙан; ҡара: Аллохтон) ғибәрәт, был пластина­лар уның төп структур элементтарынан тора һәм миллион йылдар барышында тиҫтәләгән, ҡайһы берҙә йөҙләгән км ам­плитудалы горизонталь күсештәр кисерә. Йәш һәм боронғо платформалар нигеҙенең шарьяж төҙөлөшө, океан ҡабығында аллохтон дислокацияларҙың киң таралышы раҫлана. Аллохтон пластиналарҙың хәрәкәттәре төп геол. күренештәргә, процестарға (орогенез, йыйырсыҡлыҡ, ултырма тоҡомдар тупланмаһы, магматизм, метаморфизм, сейсмик активлыҡ) һәм байтаҡ файҙалы ҡаҙылмалар (нефть, тәбиғи газдар, металл мәғдәндәре, аҫыл таштар, мәғдән булмаған сеймал һ.б.) сығышына шарттар тыуҙыра. Шарьяждар материктар барлыҡҡа килтергән аллохтон пластиналарҙың тектоник өйөмө зона­ларын булдыра. Горизонталь хәрәкәттәр боронғо замандан алып Ерҙең геол. үҫешенә булышлыҡ итә. Уралда шарьяждар барлығы т‑да фараздар 20 б. 20‑се йй. Е.А.Кузнецов, Г.Н.Фредерикс, О.Ф. Нейман‑Пермякова һ.б. тарафынан әйтелә, уларҙың дөрөҫлөккә тап килеүе 60‑сы йй. Камалетдинов, Казанцева, Казанцев тарафынан нигеҙләнә. Тикшеренеүселәр фекере б‑са, Урал йыйырсыҡлы өлкәһе бер‑береһенә көнсығыштан ҡапланған һәм платформа тибындағы йәшерәк ултырмаларҙа ятҡан тектоник пластиналарҙан торған гигант аллохтондан ғибәрәт.

Әҙәб.: Камалетдинов М.А. Покровные структуры Урала. М., 1974; Шарьяжные и надвиговые структуры фундаментов платформ. М., 1987; Шарьяжно‑надвиговая тектоника литосферы. М., 1991.

Р.А.Исмәғилев, М.А.Камалетдинов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: