Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШКАПОВ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

Просмотров: 1279

ШКАПОВ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, РФ‑та иң ҙур ятҡылыҡтарҙың береһе. Респ. көньяҡ‑көнбайышында Бишбүләк һәм Бәләбәй р‑ндары терр‑яһында урынлашҡан. Көньяҡ Татар көмбәҙендәге Әлмәт суҡағының көнсығыш ситендә киң антикли­наль ҡалҡыуға тура килә (13×20 км). Урта һәм өҫкө девон, аҫҡы карбондың бобрик горизонты ҡомташтары, фамен ярусының, турней ярусының карбонатлы ултырмалары нефтле. Нефттең төп запастары девонға ҡараған терриген ҡатламдың ҡомташтарында туплана (ДIV, ДI горизонттары). Ултырмаларҙың ятыш тәрәнлеге 2000—2100 м. Нефте урта­са, ауыр (тығыҙлығы 0,810—0,990 г/см3), бер аҙ йәбешкәкле (ДIV — 0,7 МПа•с, ДI — 4,3 МПа•с), көкөртлө, юғары көкөртлө (0,8—3,8%); газ факторы: ДIV — 116 м33, ДI — 38 м33. Нефттең баштағы дебиты тәүлегенә 200—500 т тәшкил итә, ағымдағы дебиты һыу күп булыу сәбәпле (95%) тәүлегенә 2—3 т тиклем түбәнәйә; шыйыҡса дебиты — тәүлегенә 5,0—250 т. 1953 й. асыла, 1955 й. үҙләштереүгә индерелә. “Башнефть” АНК‑һының “Башнефть—Ишембай” филиалы үҙләштерә. 1134 скважина бырауланған, 155,7 млн т ашыу нефть сығарылған.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: