Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮҒАРЫ СПОРТ ОҪТАЛЫҒЫ МӘКТӘБЕ,

Просмотров: 1242

ЮҒАРЫ СПОРТ ОҪТАЛЫҒЫ МӘКТӘБЕ, БР дәүләт учреждениеһы, төрлө халыҡ‑ара ярыштарҙа, Олимпия ­уйындарында, Паралимпия­уйындарында һәм Сурдлимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн юғары класлы спортсылар, РФ, БР йыйылма командалары һәм милли олимпиада командаһы ағзалары әҙерләү м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. 1946 й. Өфө йәштәр спорт мәктәбе булараҡ асыла, 1960 й. башлап Респ. йәштәр спорт мәктәбе, 1975 й. — Ю.с.о.м. (1994—2000 йй. БР Үҙәк олимпиада спорт клубы), 2009 й. — БР Юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәге. Составына олимпия резервы үҙәге (1977 й. алып), олимпия резервы ведомство‑ара үҙәктәре (1988 й. алып), спортсы‑инвалидтарҙы олимпиадаға әҙерләү үҙәге (1990 й. алып) инә. Ауыр­атлетика (18×17 м), аэробика (13×9,5 м), универсаль (44×25 м), фехтование (25×14,5 м) залдары, Башҡортостан спорты музейы, матбуғат үҙәге һ.б. бар. Тәрбиәләнеүселәре араһында И.П.Алексеев, Р.А.Баталова, Р.Р. Ғә­ниев, Н.Н.Ерофеева, Е.А.Жданова, Ә.К.Ибраһимов, Э.В.Ибраһимова, Т.Р.Лебедева, В.П.Лимасов, И.Н. Маннанов, Л.М.Матвеева, В.Н. Ми­чурин, П.И.Муслимов, Р.Р. Нәсибуллин, И.В.Помыкалов, С.А. Севостья­нов, А.Н.Селивёрстов, И.А. Соколов, А.А.Строкин, Т.М.Танһыҡҡужина, Э.А.Тюкин, К.Н.Фомичёв, С.Ә. Хәбирова, В.В.Чернова, М.Е.Яковлев һ.б. Мәктәп м‑н Г.И.Алексеев, П.З. Буйлов, В.Г.Вагин, П.С.Горулёв, Е.И. Емельянов, В.С.Иванова, Р.Н. Латипов, П.И.Никитин, В.А.Пегов, В.Н. Прокаев, В.Н.Самородов, И.Л. Тверяков, Г.А.Ушков, Р.Ш.Фәйезов, Ю.В.Черток, Б.И.Шейко, Р.И. Әйү­пов, П.К.Ямалиев, А.Ф.Яруллин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Е.И.Емельянов

Тәрж.­Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.08.2023