Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛОЦК ҺӘМ СМОЛЕНСК ШЛЯХТАҺЫ

Просмотров: 1554

ПОЛОЦК ҺӘМ СМОЛЕНСК ШЛЯХТАҺЫ, 17 б. 1‑се ярт. Речь Посполитаяның Полоцк һәм Смо‑ ленск ҡҡ. гарнизондарында хеҙмәт иткән өҫтөнлөклө поляк ҡатламы вәкилдәре. 1654—67 йй. рус‑поляк һуғышы ваҡытында рус ғәскәрҙәре Смоленскиҙы (1654) һәм Полоцкиҙы (1655) алғандан һуң, хәрби әсирлеккә төшкән (ҡара: Хәрби әсирҙәр) шляхтаның бер өлөшө рус подданныйлығын ҡабул иткәс, Өфө өйәҙенә һәм Кама аръяғы ҡәлғәләренә (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы) хеҙмәткә ебәрелгән. Смоленск шляхтаһы байраҡ төҫө (аҡ, һары, ҡыҙыл һәм ҡара) б‑са отрядтарға бүленгән. Гаврила Гаславский етәкс. Полоцк полкы 532 кешенән торған. Кама аръяғы ҡәлғәләрендә Смоленск шляхтаһы алдағы хәрби ҡоролошон иҫәпкә алып урынлаштырылған: аҡ байраҡлы отряд (134 кеше) — Тейен, ҡыҙыл байраҡлы (128) — Яңы Шишмә, ҡара байраҡлыһы (124) Минзәлә ҡәлғәләренә ебәрелгән. П.һ.С.ш. төп тәғәйенләнеше хәрби хеҙмәт һәм ҡәлғәләрҙе һаҡлау булған. Ҡырым һәм Азов походтарында, башҡорт ихтилалын (168184) баҫтырыуҙа ҡатнашҡандар, дәүләт сиген, башҡ. һәм рус сауҙа каруандарын һаҡлағандар. Тәүҙә шляхта хеҙмәт өсөн аҡсалата эш хаҡы, 60‑сы йй. аҙ. — 70‑се йй. башында ер дайсалары алған: смоленскиҙыҡылар дәрәжәһенә ҡарап (1‑се дәрәжә шляхта — 50, 2‑се — 40, 3‑сө — 30, 4‑се — 20 сирек), полоцкиҙыҡылар — чин б‑са (полковник — 100 сирек, ротмистр — 80, поручик — 70, башҡалар 60‑ар сирек). Һуңыраҡ П.һ.С.ш. бөтә Башҡортостан буйлап таралып ултырған, ҡайһы берҙәре Өфө губернаһы һәм Ырымбур губернаһының дворян (ҡара: Дворянлыҡ) нәҫел тарихы китабына индерелгән (ҡара: Каловскийҙар, Кублицкийҙар, Курчеевтар, Пекарскийҙар, Сипайловтар һ.б.).

Әҙәб.: Л а т ы п о в а В.В. Поляки в Баш‑ кортостане (XVII—XVIII века): кратк. ист. очерк //Башкирский край. Уфа, 1994. Вып.5.

В.В.Латипова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019