Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШЕЙКО Борис Иванович

Просмотров: 1386

ШЕЙКО Борис Иванович (5.6.1949, Мәскәү), тренер. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1999), 1‑се халыҡ‑ара (1995) һәм бөтә Союз (1991) категориялы судья. БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2000), РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (2006). Киев физик культура ин‑тын тамамлаған (1973). 1975 й. башлап Ҡаҙағстанда эшләй. 1997 й. алып “Ирбис” спорт клубының пауэрлифтинг б‑са өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 1998 й. башлап БР Юғары спорт оҫталығы мәктәбе (икеһе лә — Өфө) тренеры, 1999—2006 йй. пауэрлифтинг б‑са Рәсәй ир‑егеттәр йыйылма командаһының баш тренеры. 2009 й. алып Башҡ‑н физик культура ин‑тында уҡыта. Ш. етәкс. Рәсәй ир‑егеттәр йыйылма командаһы 8 тапҡыр донъя һәм Европа чемп. була. Тәрбиәләнеүселәре араһында И.Е.Абрамова, Н.А.Асабин, Р.Н.Востриков, Р.Я.Казаков, С.Я.Мор, Ф.З.Мөхәмәтйәнов, Ю.Н. Федоренко, ш. уҡ 20‑нән ашыу Рәсәй спорт мастеры бар.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: