ШЕНДЕЛЬ Олег Васильевич
1013
ШЕНДЕЛЬ Олег Васильевич (24.5. 1948, Коростень ҡ.), спортсы. Ғәмәли янғын спорты б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1973). Свердловск янғын‑техник уч‑щеһын (1971), БДУ‑ны (1980) тамамлаған. “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе. Өс быуынлы шыуҙырма баҫҡыс буйлап өйрәнеү башняһының өсөнсө ҡатына менеүҙә РСФСР чемп. (1973, 1975), СССР чемпионатының көмөш призёры (1976). 1971—79 йй. БАССР йыйылма командаһы тренеры.
Тәрж. Г.А.Миһранова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: