Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШИВЕРЕКИЯ ҮЛӘНЕ

Просмотров: 600

ШИВЕРЕКИЯ ҮЛӘНЕ (Schivereckia), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 5 төрө билдәле, Көнсығыш Европала һәм Кесе Азияла таралған. Башҡортостанда төньяҡ, йәки подольск Ш. үҫә. Һорғолт йондоҙ һымаҡ төклө мендәргә оҡшаған ҡуйы тарбаҡлы күп йыллыҡ үлән. Генератив һабағының бейеклеге 10—25 см. Үрендеһенең вегетирлаусы өлөштәре розеткалы һәм ярым розеткалы, һапҡа тиклем тарайған оҙонса‑кире йомортҡа рәүешендәге япраҡтары була; емеш биреүсе үрендеһенең һабаҡ япраҡтары сиратлы, аҙ һанлы, ланцет формаһында, шыма ситле йәки һирәк тешле, төбөндә һабаҡты тотош уратып алған. Сәскәһе аҡ, ваҡ, ябай йәки бер аҙ тарбаҡлы тәлгәштәрҙә урынлашҡан. Май—авг. сәскә ата. Емеше — кире йомортҡа йәки шар һымаҡ пәрҙәле бәләкәй ҡуҙаҡ, авг. өлгөрә. Эзбизташлы таштар һәм ҡаялар сыҡҡан урындарҙа үҫә. Күбеһенсә Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында (Ағиҙел, Инйәр, Ләмәҙ йй. ҡаялы ярҙарында, Ирәндек, Ҡыраҡа, Уралтау һ.б. һырттарҙа), Башҡортостандың Урал алдында (Өфө яйлаһы), һирәкләп Башҡортостандың Урал аръяғында осрай. Баллы үҫемлек, декоратив үҫемлек. Реликт, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: