Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШИҺАПОВ Зиннур Хәйҙәр улы

Просмотров: 1376

ШИҺАПОВ Зиннур Хәйҙәр улы (11.9.1965, БАССР‑ҙың Миәкә районы Елдәр а.), генетик, ботаник, эколог. Биология фәндәре докторы (2006). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012), РФ‑тың тәбиғәтте һаҡлау отличнигы (2014). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1987) Биохимия һәм цитохимия бүлегендә эшләй. 1989 й. алып Көньяҡ Урал ботаника баҡса‑институтында: кесе ғилми хеҙмәткәр, 1992 й. башлап ғилми хеҙмәткәр, 1994 й. — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1995 й. — лаборатория мөдире һәм 1996 й. — фән буйынса директор урынбаҫары, 1998 й. — директор; бер үк ваҡытта 2006—10 йй. РФА‑ның Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгендә фән буйынса рәйес урынбаҫары һәм 2017—18 йй. рәйес вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. Фәнни тикшеренеүҙәре урман генетикаһы һәм селекцияһы, популяциялар биологияһы, интродукция проблемаларына, үҫемлектәрҙең генофондын һаҡлауға, экология һәм тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләренә арналған. Ш. тарафынан Көньяҡ Уралда себер шыршыһының, Сукачёв ҡарағасының, ябай ҡарағайҙың популяцион‑генетик структураһы асыҡлана, ябай ҡарағай орлоҡтарын етештереү плантацияларының һәм себер кедрының урман культураларының генетик төрлөлөгө булдырыла, ағас үҫемлектәрҙең генофондын яҡшыртыу, һаҡлап ҡалыу һәм яңыртыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләнә, БР‑ҙағы һирәк һәм юғала барған төрҙәрҙең популяцияһын тергеҙеү буйынса эштәр башҡарыла. Урал һәм Волга буйы ботаника баҡсалары советы рәйесе (2019 й. алып).

  Х е ҙ м.: Лиственница Сукачёва на Урале: изменчивость и популяционно‑генетическая структура. М., 2004 (авторҙ.); Ель сибирская на Южном Урале и в Башкирском Предуралье: популяционно‑генетическая структура. М., 2005 (авторҙ.); Кедр сибирский в Башкирском Предуралье и на Южном Урале: биологические и лесоводственные особенности при интродукции. Уфа, 2017 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.11.2022