Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕҘСУҠЫШ

Просмотров: 892

БЕҘСУҠЫШ (Recurvirostra avocetta), сәпсәү һымаҡтар отрядының беҙсуҡыштар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла һәм Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 42—46 см, ауырлығы 200—320 г, ҡанаттарының ҡоласы 77—80 см. Ҡауырһын ҡапламы башлыса аҡ, башының өҫкө өлөшө, муйынының артҡы өлөшө һәм ҡанаттарындағы һыҙаттары ҡара. Суҡышы бер аҙ ялпаҡ, оҙон, нәҙек, ҡара, өҫкә табан бөгөлгән. Аяҡтары оҙон, күкһел, алғы бармаҡтары йөҙөү ярыһы м‑н тоташҡан. Моногам. Үҫемлектәргә ярлы булған татырлы тупраҡлы, батҡаҡлы, ҡомло һөҙәк ярҙарҙа оялай. Ояһы — түшәүһеҙ соҡор йәки конус формаһында (үҫемлектәрҙән ҡоролған). Йылына 1 тапҡыр бала сығара, 3—5 ҡыҙғылт һары, һирәгерәк һарғылт йәки йәшкелт бәләкәй ҡараһыу таплы йомортҡа һала. Инә ҡош 22—25 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Һыуҙа йәшәүсе умыртҡаһыҙҙар, һирәкләп үҫемлек емештәре м‑н туҡлана. БР‑ҙа бала сығарыу осоронда Атауҙы, Сыбаркүл һәм Маҡан һыуһаҡлағысы (Хәйбулла р‑ны) тирәһендә осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.03.2024