ШИМАНОВСКИЙ Шавель Наумович
1233
ШИМАНОВСКИЙ Шавель Наумович (10.5.1917, Киев губ. Горностайполь а. — 10.2.2005, Ишембай ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1972), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1977). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1943) “Башнефть” ПБ‑нда эшләй: өлкән инженер, 1952 й. алып Ҡалтасы нефть промыслаһы дир., 1955—79 йй. “Ишимбайнефть” НГДУ‑һы начальнигы. Производство эшмәкәрлеге Ишембай р‑нының нефть ятҡылыҡтарын эҙләү, разведкалау һәм үҙләштереү м‑н бәйле. Ишембай инфраструктураһы үҫешенә өлөш индергән. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1959, 1971), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.
К.С.Баймөхәмәтов
Тәрж. Э.М.Юлбарисов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: