ШИНКОВА Матрёна Васильевна
ШИНКОВА Матрёна Васильевна (9.4.1921, ТАССР‑ҙың Һалдат Ҡондоҙо а. — 11.5.2014, БР‑ҙың Бәләбәй районы М.Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводының Үҙәк усадьбаһы а.), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). 1932 й. алып Бәләбәй районының М.Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводында эшләй (1936—81 йй. сусҡа ҡараусы). Юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкән: 1982 сусҡа балаһын ҡабул иткән һәм һаҡлап ҡалған (1963—65), айырғанда (2 айлыҡта) уртаса ауырлығы 22,3 кг тәшкил иткән (1968—69). Ленин ордены менән бүләкләнгән (1966).
Хеҙм.: Опыт выращивания племенных поросят. Уфа, 1968.
Әҙәб.: Баронова А. Так отдаваться делу //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. Г.А.Миһранова