Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШИТОВА Светлана Николаевна

Просмотров: 1323

ШИТОВА Светлана Николаевна (12.2.1936, Сталинград ҡ.), этнограф. Тарих ф. канд. (1968). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2003). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1958) 2006 й. тиклем ТТӘИ‑лә эшләй (1970 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни эшмә­кәрлеге башҡорттарҙың 18—20 бб. традицион мәҙәниәтен, атап әйткәндә, башҡорт кейемен, традицион биҙәүестәрен, башҡорт аш-һыуын, торлағын, хужалыҡ ҡаралтыларын, шөғөлдәрен һәм һөнәрҙәрен, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен тикшереүгә; этнос тарихы проблемаларына арналған. Шулай уҡ белорустарҙың, мариҙарҙың, урыҫтарҙың һәм крайҙағы башҡа халыҡтарҙың көнкүрешен, хужалығын һәм мәҙәниәтен; Өфө халҡының тарихын, этнографияһын һәм архитектура биҙәлеше традицияларын өйрәнә. Волга‑Урал төбәгенә, Көнбайыш Себергә, Урта Азияға 30‑ҙан ашыу этнографик экс­педиция ойоштороусы, етәксеһе һәм ҡатнашыусыһы. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Археология һәм этнография музейының этнографик коллекцияһын, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты этнология бүлегенең фототекаһын (12 меңдән ашыу берәмек) төҙөүселәрҙең береһе.

Хеҙм.: Традиционные поселения и жилища башкир. Вторая половина XIX — первая четверть XX в. М., 1984; Башкирская народная одежда. Уфа, 1995; На­родное искусство: войлоки, ковры и ткани у южных башкир. Уфа, 2006.

Э.В.Миһранова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019