Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШТЕЙН Владимир Михайлович

Просмотров: 744

ШТЕЙН Владимир Михайлович (3.2. 1940, Мәскәү — 14.10.2000, шунда уҡ), режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1977). ГИТИС эргәһендәге Юғары режиссёрҙар курстарын тамамлаған (1968; етәксеһе С.В.Образцов). 1958 й. алып төрлө үҙешмәкәр театр коллективтарының художество етәксеһе, 1970 й. — С.В.Образцов етәкс. Үҙәк ҡурсаҡ театры реж.­ассистенты, бер үк ваҡытта 1976 й. тиклем ГИТИС (бөтәһе лә — Мәскәү) уҡытыусыһы; 1977—83 йй. Башҡорт ҡурсаҡ театрының баш реж., бер үк ваҡытта 1982 й. тиклем ӨДСИ‑лә уҡытҡан; 1989 й. башлап “Тылсымлы лампа” (“Волшебная лампа”) Мәскәү балалар китабы театрының художество етәксеһе.

Ш. ижады 20 б. Рәсәй ҡурсаҡ театры үҫеше тарихында сағыу бит булып тора. Режиссёрҙың сәнғәтенә художество идеяһының тәрәнлеге, сәхнә теленең образлылығы һәм метафораларға бай булыуы, тасуирлау сараларының, алымдарының төрлөлөгө һәм новаторлығы, билдәле әҙәби әҫәрҙәргә интерпретация биреү оригиналлеге хас булған. Ҡурсаҡ театры сәхнәһендә балалар өсөн: “Дюй­мовочка” (Х.К.Андерсендың ш. уҡ исемле әкиәте б‑са А.Я.Бруштейн пьесаһы), “Урал батыр” (“Урал‑батыр”; башҡорт халыҡ эпостары б‑са Ғ.Ғ.Шафиҡов пьесаһы), “Сүллек күгендәге йондоҙҙар” (“Звёзды над пустыней”; А. де Сент‑Экзюпериҙың әҫәрҙәре б‑са спектакль); өлкәндәр өсөн (тәүге тапҡыр): “Аҡ пароход” (“Белый пароход”; С.Т.Айытматовтың ш. уҡ исем­ле повесы б‑са спектакль), “Ғәлимә” (“Галима”; М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са спектакль; бөтәһен дә А.Б.Баранов сәхнәләштергән), “Илаһи комедия” (“Божественная комедия”; И.В.Шток), “Ташлама утты, Прометей!” (“Не бросай огонь, Прометей!”; М.Кәрим) һәм “Диктаторға ат бирегеҙ!” (“Коня — диктатору!”; Кәрим; икеһе лә — реж. П.Р.Мель­ниченко м‑н берлектә) спектаклдәрен ҡуйған. 1989 й. рәссам М.Б.Грибанова м‑н бергә “Тылсымлы лампа” Мәскәү балалар китабы театрын ойошторған, уның сәхнәһендә “Борсаҡ өҫтөндәге принцесса” (“Принцесса на горошине”; Андерсен), “Бе­сәй йорто” (“Кошкин дом”; С.Я.Маршак) спектаклдәре, “Пушкинға арналған театраль дәрес” (“Театральный пушкинский урок”; А.С.Пушкин әҫәрҙәре б‑са) театраль‑ағартыу проекты һ.б. күрһәтелгән. Ш. тарафынан Владимир, Вологда, Ле­нинград, Смоленск һ.б. ҡалаларҙың театрҙарында спектаклдәр ҡуйылған. Уҡыусылары араһында БР‑ҙың атҡ. артистары Л.Р.Булатова, Г.Ә.Вәлитова, А.Б.Резниченко, О.Ю.Шәрәфетдинова, Ҡырым Респ. атҡ. артисы О.М.Дудка бар. РФ‑тың Дәүләт пр. (2003, үлгәндән һуң бирелгән), Ғ.Сәләм ис. пр. (1978) лауреаты. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (2001). Ш. тормошо һәм ижадына “Өҙөлгән ҡыл” (“Лопнувшая струна”) документаль фильмы (“Арена фильм” ЯСЙ, 2002) арналған.

Әҙәб.: Такаев А. Из звёздных далей Театральная жизнь. 1979. №13; Смирнова Н. Искусство играющих кукол. М., 1983; Самигуллина Р. От Петрушки к Прометею. Уфа, 1993.

А.Ә.Балғазина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: