Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШУВАЛОВТАР

Просмотров: 860

ШУВАЛОВТАР, завод хужалары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Иң билдәлеләре: Александр Иванович Ш. (1710—1771), граф (1746), ген.‑фельдмаршал (1761). 1741 й. дәүләт түңкәрелешендә ҡатнаша. 1742—62 йй. Йәшерен эҙләү эштәре канцелярияһы начальнигы. Нуғай даруғаһының Һыуын‑Ҡыпсаҡ һәм Үҫәргән улустары башҡорттарынан 60 йылға оброк түләү иҫәбенә алған ерҙәрҙә Г.И.Глазов м‑н берлектә Покровка заводын төҙөй. 1763 й. алып отставкала. Изге Андрей Перво­званный (1753), Изге Александр Невский (1742) орд. м‑н бүләкләнгән. Уның ҡустыһы — Пётр Иванович Ш. (1710, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1711 — 4.1.1762, С.‑Петербург), граф (1746), ген.‑фельдмаршал (1761). 1741 й. дәүләт түңкәрелешендә ҡатнаша. Ерҙәрҙе генераль ыҙанлау, дәүләт (дворяндар һәм сауҙагәрҙәр) банкыларын булдырыу, тышҡы сауҙала протек­ционизмды индереү, эске таможняларҙы бөтөрөү инициаторҙарының береһе булып тора. 1750 йй. рус армияһына үҙгәрештәр индерә. Уложенный комиссияны ойоштороуға булышлыҡ итә. 1753—54 йй. Әүжән, Үрге (Төньяҡ) Үҙән һәм Үҙән (Ағиҙел й. ҡушылдыҡтары) йй. буйында 3 завод төҙөүгә Берг‑коллегиянан рөхсәт һәм 12 мең һум ссуда ала. Нуғай даруғаһының Тамъян һәм Түңгәүер улустары башҡорттарынан ҡуртымға алған ерҙәрҙә К.Матвеев м‑н берлектә Әүжән-Петровск заводтарын төҙөй. 1758 й. 11 тимер һәм 313 баҡыр руднигы булған з‑дтарын бурыстары өсөн Матвеевҡа бирә. 1754 й. ҡаҙнанан (10 йылда, һуңыраҡ 20 йылда түләп бөтөрөү шарты м‑н) Бурансы тимер етештереү һәм суйын иретеү, Үрге Турин суйын иретеү, Кушва тимер етештереү һәм баҡыр иретеү з‑дтарын һ.б. һатып ала. 1755 й. Серебрянск, 1759 й. — Воткинск, 1760 й. Ижевск тимер етештереү з‑дтарына нигеҙ һала. 1758—60 йй. Хәрби коллегия вице‑президенты. Сенатор (1746 й. алып). Изге Александр Невский (1742), Изге Анна орд. м‑н бүләкләнгән. Уның ейәне — Павел Андреевич Ш. (21.5.1776, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1774—1.12.1823, С.‑Петербург), граф, хәрби эшмәкәр, дипломат. Ген.‑адъютант (1808), ген.‑лейтенант (1809). 1794 й. Польша ихтилалын баҫтырыуҙа, 1799 й. Италия һәм Швейцария походтарында, 1808—09 йй. рус‑швед һуғышында, рус ғәскәрҙәренең 1813—14 йй. сит ил походтарында ҡатнашыусы. 1809 й. айырым корпусҡа етәкселек итә, Торнео ҡ. (Швеция) ала, 4 меңлек швед отрядын баш һалырға мәжбүр итә. Александр I айырым дипломатик йомоштарын башҡара. 4‑се дәрәжә Изге Георгий (1795), Изге Владимир, Изге Александр Невский, 1‑се дәрәжә Изге Анна, сит ил орд. м‑н бүләкләнгән. Уның ҡатыны — Варвара Петровна Ш. (1815 й. тиклем — Шаховская, 1826 й. алып Полье, 1836 й. башлап Бутеро‑Родали; 1.2.1796—24.12.1870), графиня. Йоҡ-Кама заводына һәм Лысьва тау округы з‑дтарына ху­жа була. Уларҙың улы — Андрей Павлович Ш. (12.3. 1816—14.4.1876), граф. Действительный статский советник, флигель­адъютант. 1872—76 йй. С.‑Петербург губ. дворяндары етәксеһе. 1864 й. Йоҡ‑Кама з‑дын мираҫҡа ала. Уның ҡыҙы — Ели­завета Андреевна Ш. (Воронцова‑Дашкова; 25.7.1845—28.7. 1924), графиня. Йоҡ‑Кама з‑дтарын мираҫҡа ала. Павел Ан­дреевич Ш. ейәне — Павел Петрович Ш. (1847—1902), граф. Флигель‑адъютант. 19 б. аҙ. Ш. сәнәғәт пр‑тиеларын берләш­тереп, ғаилә‑ара пай ширҡәте ойоштора. Пр‑тиеларҙан табыш булмау сәбәпле 1913 й. Ш. вариҫтары округҡа һәм з‑дтарға хоҡуғын 5 млн (ш. иҫ. акциялар м‑н 1 млн) һумға Лысьва тау округының Акционерҙар йәмғиәтенә һата.

Н.М.Ҡолбахтин, Г.Х.Назарова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019