Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШУЛЬМАН Филипп Евгеньевич

Просмотров: 1261

ШУЛЬМАН Филипп Евгеньевич (6.10.1980, Өфө), спортсы. Биатлон б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). ӨЮИ‑ны тамамлаған (2005). Биатлон б‑са СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе, 2000 й. алып “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте (Өфө; тренеры В.В.Малинский), 2005—08 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе һәм “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте (Ханты‑Мансийск ҡ.; тренеры В.П.Захаров) өсөн сығыш яһай. Спринтта Бөтә донъя универсиадаһының көмөш призёры (2003), Рәсәй чемпионаттарының бронза призёры (2001—02); эстафетала Бөтә донъя универсиадаһы (2003) һәм Рә­сәй (2007) чемп., Европа чемпионатының (2003) һәм Бөтә донъя универсиадаһының (2001) көмөш призёры, Донъя кубогы этабының (2004) һәм Рәсәй чемпионатының (2002) бронза призёры. Үҫмер спортсылар араһында донъя (2002) һәм Европа (2000) беренселектәренең көмөш призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2002—08).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: