ШАҺИСОЛТАНОВА Ғәҙилә Әхәт ҡыҙы
ШАҺИСОЛТАНОВА Ғәҙилә Әхәт ҡыҙы [10.2.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Юлыҡ а. (БР‑ҙың Баймаҡ районы) — 29.12.2011, Санкт‑Петербург ҡ.], химик. Химия фәндәре докторы (1972), профессор (1974). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1991), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1985), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989). Ленсовет исемендәге Ленинград технология институтын тамамлағандан һуң (1951) СССР ФА‑ның В.Г.Хлопин исемендәге Радий институтында эшләй (Ленинград ҡ.). 1961 й. алып Белоруссия университетында ғилми‑тикшеренеү лабораторияһы мөдире (Минск ҡ.), 1971 й. — Ленсовет исемендәге Ленинград технология институтында. 1977 й. башлап Рәсәй педагогия университетында (1993 й. тиклем органик булмаған химия кафедраһы мөдире; Санкт‑Петербург ҡ.). Фәнни тикшеренеүҙәре координациялы берләшмәләрҙең фотохимияһына, ҡаты йөрөткөстәрҙәге күсмә металдарҙың супрамолекуляр булып ойошҡан комплекстары, саф ағалтын төркөмө металдарының комплекслы берләшмәләре нигеҙендәге люминесценцияланыусы молекуляр ансамблдәр һәм полимерҙарҙың фотоэлектрохимияһына; күсмә металдар берләшмәләре нигеҙендә наноүлсәмле материалдар булдырыуға арналған.
В.П.Казаков
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов