ШАЙМОРАТОВ Миңлеғәли Минһаж улы
ШАЙМОРАТОВ Миңлеғәли Минһаж улы (15.8.1899, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Биштәкә а., хәҙер БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов а., — 23.2.1943, Украина ССР‑ының Петровское ҡсб ерләнгән), хәрби эшмәкәр. Генерал‑майор (1942). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2020). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе исемендәге РККА Хәрби академияһын тамамлаған (Мәскәү ҡ., 1934). 1913 й. алып “Урал” пароходында матрос (Өфө ҡ.). 1919 й. башлап Ҡыҙыл армияла. 1921 й. 6‑сы Кирсанов кавалерия курстарының эскадрон командиры, 1925—30 йй. Бөтә Рәсәй ҮБК исемендәге РККА‑ның Беренсе Совет берләшкән хәрби мәктәбенең (Мәскәү ҡ.) курс, бер үк ваҡытта Мәскәү Кремленең һаҡ полкы командиры, 1934—37 йй. һәм 1939 й. Ҡытайҙа хәрби атташе, 1938—39 йй. Ҡыҙыл армия Генераль штабының 4‑се Разведка идаралығы бүлеге 2‑се бүлексәһе начальнигы, СССР Оборона ХК‑ның 1‑се махсус кавалерия полкы, 1941 й. октябрь—ноябрендә Көнбайыш фронттың 3‑сө кавалерия корпусы 1‑се махсус кавалерия полкы, декабрҙән 112‑се Башҡорт кавалерия дивизияһы (ҡара: Чернигов кавалерия дивизияһы) командиры, бер үк ваҡытта 1942 й. ноябренән 8‑се кавалерия корпусы командиры урынбаҫары. Яуҙа һәләк була. Герой исеменә Б.В. һуғышы йылдарында баҫҡынсылар менән алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ҡыҙыл Байраҡ (1938, 1941), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары менән бүләкләнгән.
Ш. исеме тыуған ауылына һәм ул уҡыған урта мәктәпкә, БР торама пункттарындағы, Петровский ҡ. (шулай уҡ майҙанға), Чернухино ҡасабаһындағы (икеһе лә — Луганск Халыҡ Республикаһы) урамдарға, Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиеларына, Рәсәй милли гвардияһының 29‑сы махсус тәғәйенләнештәге отрядына бирелгән. Өфө ҡ., Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы, Шайморатов аа. уға һәйкәлдәр, Шайморатов урта мәктәбе бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 2019 й. БР‑ҙа Ш. ордены булдырыла (ҡара: Дәүләт наградалары), “Шайморатовсылар” хәрәкәте эшләй, уның сиктәрендә мәктәптәрҙә Ш. исемендәге махсус кластар асыла. Геройға “Генерал Шайморатов” документаль фильмы (“Дан өсөн тыуғандар” трилогияһынан; 2005, “Башҡортостан” ДТРК), “Тарихи мөхит” (“Башҡортостан юлдаш телевидениеһы” телеканалы), “Армия легендалары” (“Йондоҙ” телеканалы) циклдарынан тапшырыуҙар, Ф.Н.Вәхитов, Ф.Х.Ғүмәров, С.Р.Ҡадиров китаптары, Ә.Х.Насиров иҫтәлектәре, И.Ә.Абдуллин һәм Ш.Ғ.Насировтың драмаһы арналған.
Әҙәб.: Рафиков З. Глубокий рейд // Генералы Башкортостана. Уфа, 1995; Генерал Шаймуратов. Уфа, 2010; Последний бой гвардии генерал-майора М.М.Шаймуратова: сборник немецких документов / авт.‑сост. А. М. Багаутдинов, Р. А. Багаутдинов. Уфа, 2020.
Ф.Н.Вәхитов, Г.Т.Хөсәйенова
Тәрж. М.Х.Хужин