Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЩЕРБАКОВ Павел Фёдорович

Просмотров: 1359

ЩЕРБАКОВ Павел Фёдорович (27.5.1924, Ҡырғыҙ АССР‑ының Фёдоровка а. — 7.3.1945, Жары ҡ., Польша), Советтар Союзы Геройы (1945). Кесе лейтенант. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Көньяҡ Урал пулемётсылар училищеһын (БАССР‑ҙың Благовещен ҡ.) тамамлаған. 1941 й. БАССР‑ҙың Әлшәй районы Раевка эшселәр ҡасабаһында ит комбинатында эшләй. 1941 й. башлап Ҡыҙыл армияла. 1943 й. авгусынан Үҙәк һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 13‑сө армияның 27‑се уҡсылар корпусы 6‑сы гвардия уҡсылар дивизияһы 25‑се гвардия уҡсылар полкы 2‑се уҡсылар батальонының комсомол эштәрен ойоштороусыһы гвардия кесе лейтенанты Щ. 1945 й. 27 ғинуарында Штейнау ҡ. (Германия) тирәһендә Одер й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1944) ордендары менән бүләкләнгән. Раевка а. Щ. исеме менән урам аталған, һәйкәл, ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.12.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: