Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШЫРТҮЛӘН

Просмотров: 1161

ШЫРТҮЛӘН (Setaria), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 120‑нән ашыу төрө билдәле, ер шарының тропик, субтропик, һирәк осраҡта уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда буҙ Ш. һәм йәшел Ш. үҫә. Бер йыллыҡ үләндәр. Сәскәлек аҫтындағы һабаҡтары бер аҙ ҡытыршы, төҙ, бейеклеге 5— 60 см. Япраҡтары күгелйем,киң ҡыяҡ, суғырмаҡлы; тел­сәһе керпек ситле. Сәскәлеге — цилиндр формаһындағы ҡуйы һепертке. Башаҡтарының оҙонлоғо яҡынса 3 мм, ҡыҫҡа һаплы,бер, һирәгерәк ике сәскәле (үҫеп етмәгән аҫҡы йәки ата сәскәһе була), йомортҡа һымаҡ, шырттар м‑н уратып алынған (буҙ Ш. һары йәки ерәнһыу, йәшел Ш. йәшкелт йәки ҡараһыу шәмәхә төҫтә).Башаҡ тәңкәләре ярылы, уларҙың аҫҡыһы ҡыҫҡа, сираттағыһы — оҙонораҡ, өҫкөһө башаҡҡа тиң; сәскә тәңкәләре — емеш эргәһендә кимерсәкле, тышҡы яҡта йыйырсыҡлы. Июль—авг. сәскә ата. Емеше — бөртөксә, авг.—сент. өлгөрә. Йылға буйындағы ҡомда, ҡырсынташлыҡта, баҫыуҙарҙа үҫә; Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнсығыш битләүендәге иң бейек тауҙарҙан һәм ҡарағай‑ҡайын урман­дарынан тыш респ. бөтә терр‑яһында осрай. Составында витаминдар, май к‑талары бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Мал аҙығы үҫемлектәре, емештәре ашарға яраҡлы. Ҡый үләндәре. Орлоҡтан үрсей (бер үҫемлек тупраҡта 10 йылға тиклем һаҡлана алған 5—10 мең орлоҡ барлыҡҡа килтерә). Көрәш саралары: а.х. үҫемлектәренең орлоғон таҙартыу, туңға ер эшкәртеү, сәсеү әйләнештәрен үтәү. Ш. затына могар ҡарай. Шулай уҡ ҡара: Үҫемлектәрҙе һаҡлау.

Әҙәб.: Кучеров Е.В. Дикорастущие пищевые растения Башкирии и их использование. Уфа, 1990; Захаренко А.В., Кираев Р.С. Регулирова­ние взаимоотношений культурных и сорных растений в агрофитоценозах. Уфа, 2000.

Р.С.Кирәев, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019