Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЙЫР АБАҒАҺЫ

Просмотров: 645

ТУЙЫР АБАҒАҺЫ (Dryopteris), ҡалҡанут һымаҡтар йәки аспидия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Американың уртаса бүлкәттәрендә, ҡайһы бер төрҙәре — Африка һәм Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Йыуан ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үләндәр, бейеклеге 30— 120 см. Япраҡтары енесһеҙ һәм спора биреүсе, шәлкемгә йыйылған, эре, ҡара йәшел төҫтә, тиресәле йәки үлән һымаҡ, ике, өс, ҡайһы берҙә дүрт тапҡыр ҡауырһын һымаҡ бүлемле, оҙон һаплы, төбөндә яҫыраҡ (ата Т.а. йәки ата ҡаҙаяҡтыҡы ҡыҫҡа һаплы, ғәҙәттә, ике осона табан тарайыусан, ҡырлы Т.а. — асыҡ йәшел төҫтә). Спорангия сорустары (төркөмдәре) уртаһында батынҡы һәм радиусы буйында бураҙнаһы булған, бөрө рәүешле индузийлы (япмасыҡлы) япраҡтың аҫҡы йөҙөндә епсәләр тармаҡланған урында урынлашҡан. Июль—сент. спора осора. Австрий Т.а. Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында күләгәлә үҫкән ылыҫлы һәм киң япраҡлы урмандарҙа; ҡырлы Т.а. — башлыса Башҡортостандың Урал алдында торф һаҙлыҡтарында һәм ҡара ереклектәрҙә; ата Т.а. — Башҡортостандың Урал аръяғының дала райондарынан тыш бөтә ерҙә урмандарҙа йырындар буйлап, күләгәле урындарҙа; ярылы Т.а. респ. бөтә терр‑яһында ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙа, һаҙлыҡтарҙа үҫә. Декоратив үҫемлектәр. Ата Т.а. тамыр һабаҡтары составында әсе, дуплаусы матдәләр һәм флороглюцидтар бар, медицинала ҡулланыла. Ярылы Т.а. — ағыулы үҫемлек.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019