ШӘЙХИСЛАМОВ Рәшит Бәҙретдин улы
ШӘЙХИСЛАМОВ Рәшит Бәҙретдин улы (5.10.1959, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Арҡауыл а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2009), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре. Раф. Б.Шәйхисламовтың ҡустыһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1986) ЛДУ‑ла, 1991—95 йй. һәм 1999 й. алып БДУ‑ла эшләй, бер үк ваҡытта 2000—03 йй. РФ Федерация, милли һәм миграция сәйәсәте эштәре министрлығының БР‑ҙағы терр. органы етәксеһе, етәксе урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре 18 б. 2‑се ярт. – 19 б. 1‑се ярт. Рәсәйҙә крәҫтиәндәрҙең соц.‑иҡт. проблемаларына һәм тарихына арналған. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Социально‑экономическое развитие государственной деревни Южного Урала в первой половине XIX в. Уфа, 1998; Российское законодательство второй четверти XIX века о социальном, правовом и экономическом положении крестьянства. Уфа, 2017.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов