Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАЛЫМ БӨГӨЛӨ

Просмотров: 948

ШАЛЫМ БӨГӨЛӨ, Ш а л ы м ‑К а л и н и н б ө г ө л ө, ултырма тоҡомдар м‑н тулып етмәгән кире тектоник структура. Кама-Кинәле бөгөлдәре системаһына ҡарай. Бөрө биләне һәм Башҡорт көмбәҙенең көнбайыш битләүе тоташҡан урында Сарапул бөгөлөнән тармаҡлана. 1965—71 йй. Ш.б., һуңыраҡ Р.О.Хачатрян һ.б. тарафынан берҙәм Шалым‑Калинин бөгөлө булараҡ айырып күрһәтелә. Ш.б. Башҡортостан сиктәрендә, Калинин бөгөлө (төньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле берҙәм Ша­лым‑Калинин бөгөлөнөң дауамы булараҡ) Пермь крайы сиктәрендә (дөйөм оҙонлоғо 90—100 км) үҫешә. БР терр‑яһында Ш.б. оҙонлоғо яҡынса 6 км, киңлеге 3—4 км. Франс‑фамен ваҡытында терр‑ялар дөйөм тектоник түбәнәйгәндә палеодепрессиялар сигендә формалаша башлай, унда түбәнәйеү тиҙлеге палеокөмбәҙҙәр м‑н сағыштырғанда макс. була. Шалым палеодепрессияһының борттары буйлап сағыштырмаса тәрән һыулы зоналарҙа ултырма тоҡомдар тупланмаһы түбәнәйеү тиҙлеген компенсацияламай. Органик ҡоролмалар (биогермдар, Вояҙы, Бәҙрәш, Байсар рифтары һ.б.) киң үҫешә. Волга аръяғы‑ҡыҙыл ваҡытында түбәнәйеү әкренәйә. Ш.б. тәрән һыу күләме билдәләре булған ултырма тоҡомдар м‑н тула башлай. Малев‑упа ваҡытында бөгөлдөң борт яны зоналарында компенсация һыуы һай булған диңгеҙ ултырма тоҡомдарынан тора, тәпәш (15—20 м) биогермдар һәм биостромдар үҫешә; артабанғы ултырма тоҡомдар тупланмаһы дөйөм тектоник түбәнәйеүҙәрҙән 4—6 тапҡырға тиҙерәк бара, был өлөшләтә борт яны зоналарының кире геоморфологияһын тигеҙләй. Елхов‑малиновка‑бобрик ваҡыты барышында башланған тектоник күтәрелеүҙәр һөҙөмтәһендә Ш.б. ултырма тоҡомдар м‑н тултырыу процесы уның күсәр зонаһын тулыһынса биләй, унда малиновка ҡатламының һыуы һай булған диңгеҙ балсыҡтары тупланмаһы күҙәтелә (ҡалынлығы 45 м тиклем). Радай‑бобрик ваҡытында Ш.б. профиле геоморфологик яҡтан тигеҙләнә — уның йүнәлеше Көнсығыш Европа платформаһының сигенә арҡыры була. Башҡортостан терр‑яһында Ш.б. сиктәрендә риф ҡоролмаларын ҡаплау структураларына, ш. иҫ. рифтарға һәм биогермдарға тура килгән Байсар, Бәҙрәш, Вояҙы, Хмелёвка нефть ятҡылыҡтары асыла.

Е.В.Лозин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: