Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭВЕРСМАНН Эдуард Александрович

Просмотров: 1456

ЭВЕРСМАНН Эдуард Александрович (23.1.1794, Верингхаузен а., Вестфалия — 14.4.1860, Ҡазан ҡ.), урыҫ натуралисы. Петербург ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1842), философия докторы һәм ирекле фәндәр магистры (1814), медицина һәм акушерлыҡ докторы (1816), атҡаҙанған профессор (1853), профессор (1828). Действительный статский советник (1851). А.Г.Эверсманндың улы. Дрезден (1814) һәм Дерпт (1816; икеһе лә — Германия) университеттарын тамамлаған. 1816 й. алып Рәсәйҙә: 1818— 21 йй. Златоуст, Ырымбур ҡҡ. табип, 1828 й. башлап Ҡазан университеты профессоры. Бохара ҡ. беренсе урыҫ дипломатик илселегендә (1820—21), Устюрт яйлаһына экспедицияла (1825— 26) һ.б. ҡатнашҡан. Волга һәм Урал йй. араһының йәнле тәбиғәтен өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән, бөжәктәр (50 меңдән ашыу төр, ш. иҫ. яҡынса 4 мең ҡаты ҡанатлылар, 2,8 мең күбәләктәр), ҡоштар һ.б. коллекцияһын йыйған. Э. тарафынан далаларҙың, сүл ҡомдарының, ҡара тупраҡтың барлыҡҡа килеү гипотезаһы, далаларҙа ағас үрсетеү үҫеше, ҡоротҡостар менән көрәшеүҙә биологик ысулдар тәҡдим ителгән, хайуандарҙың яңы төрҙәре тасуирланған. Уның исеме менән хайуандарҙың 15 төрө һәм үҫемлектәрҙең 2 төрө аталған. 3‑сө дәрәжә Изге Владимир (1856), 2‑се дәрәжә Изге Анна (1854), 2‑се дәрәжә Изге Станислав (1844) ордендары менән бүләкләнгән.

  Хеҙм.: Естественная история Оренбургского края. Оренбург, 1840. Ч.1; Казань, 1850—1866. Ч.2—3.

  Әҙәб.: Гептнер В.Г. Эдуард Александрович Эверсманн (Eduard Friedrich Eversmann). Зоолог и путешественник (1794—1860). М., 1940; Хайретдинов С.С., Хайретдинов Р.С. Молодые годы Эдуарда Эверсманна и главная экспедиция его жизни //От древности к новому времени (проблемы истории и археологии): сб. науч. работ. Уфа, 2005. Вып. 8.

М.Ғ.Миһранов, Р.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.10.2022