Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭКЗОГЕН ПРОЦЕСТАР

Просмотров: 1132

ЭКЗОГЕН ПРОЦЕСТАР, Ер өҫтөндә һәм литосфераның өҫкө өлөштәрендә атмосфера, гидросфера, биосфера м‑н тәьҫир итешеү ваҡытында барған геол. процестар. Ҡояш радиация­һы энергияһына, ауырлыҡ көсөнә, организмдарҙың йәшәйешенә һ.б. бәйле. Ел, ер өҫтө һыуҙары, ер аҫты һыуҙарының һ.б. геол. эшмәкәрлеге Э.п. ҡарай. Э.п. (һаҙлыҡтарҙың эшмә­кәрлегенән тыш) емерелеү (ашалыу), емерелеү продукттарының күсеү һәм тупланыу (аккумуляция, седиментация) стадиялары айырыла. Э.п. эндоген процестар м‑н тығыҙ бәйле. Тотороҡло тектоник шарттарҙа денудацияға булышлыҡ итә. Тектоник күтәрелеүҙәр ваҡытында эрозия эшмәкәрлеге көсәйә, рельеф бүлгеләнә, аккумуляция өлкәһендә ауырыраҡ материал барлыҡҡа килә. Кире тектоник хәрәкәт шарттарында элекке геол. осорҙарҙа ер ҡабығының түбәнәйеүе, бөгөл барлыҡҡа килеүе, диңгеҙҙең баҫып алыуы (трансгрессия) һәм континенталь яуым‑төшөм тупланыуының диңгеҙ яуым‑төшөмө тупланыуына алмашыныуы күҙәтелә.

БР терр‑яһында Э.п. бөтә ерҙә лә күҙәтелә, айырыуса Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында әүҙем бара. Һырттар һәм тау түбәләре битләүҙәрендә һәм итәктәрендә эре һәм ваҡ ташлы элювий һәм коллювий (ҡара: Курумдар), балсыҡлы‑ҡомло балсыҡлы делювий барлыҡҡа килтереп ашалыуға һәм емерелеүгә дусар ителә. Йылға үҙәндәрендә ҙур ташлы‑ҡырсынташлы һәм һирәгерәк ҡырсынлы‑ҡомлы аллювий туплана, ҡушылдыҡтарында — тупаҫ һынылышлы материалдарҙың ярып инеүе, күсеүе һәм тупланыуы күҙәтелә. Башҡортостандың Урал алдында һыу айырғыстарҙа төп ағып сығыу урындары булмағанда ашалыу процестары көс­һөҙләнә, һөҙәк битләүҙәрҙә яҫылыҡ йыуылыуы һәм ҡомло балсыҡлы‑балсыҡлы делювийҙың барлыҡҡа килеүе өҫтөнлөк итә. Респ. күлдәрендә, айырыуса Башҡортостандың Урал аръяғындағы күлдәрҙә, яуым‑төшөм тупланыу процесы әүҙем бара. БР терр‑яһында Э.п. м‑н ултырма сығышлы күп файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарының: нефть, күмер, тимер мәғдәндәре, химик сеймал (тоҙҙар, карбонат тоҡомдары), фосфориттар, марганец, баҡырлы ҡомташтар, төҙөлөш материалдары (эзбизташтар, гипс, ангидриттар, ҡомдар, ҡырсын) һ.б. барлыҡҡа килеүе бәйле.

П.Н.Швецов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019