Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭЛЕКТРОН ОПТИКА

Просмотров: 1041

ЭЛЕКТРОН ОПТИКА, вакуумда электрон йәки ион шәлкемдәренең (ағымдарының) формалашыуын, уларға статик электр һәм магнит ҡырҙары ярҙамында идара итеүҙе өйрәнгән фән һәм техника бүлеге; улар нигеҙендә приборҙар һәм тикшереү ысулдарын эшләү. Геом. (тышҡы ҡырҙар тәьҫирендә электрон шәлкемдәренең формалашыуын өйрәнә) һәм арауыҡ заряды тығыҙлығы ҙур булған шәлкемдәрҙең Э.о. (тышҡы ҡырҙар һәм өлөшсәләрҙең үҙ ҡырҙары иҫәпкә алына) бүленә. Электрон‑оптик системалар (электрондар йәки иондар сығанағы м‑н бергә статик электр һәм магнит ҡырҙары барлыҡҡа килтергән ҡоролмалар) уйлап табыла. Башҡортостанда Э.о. 20 б. 70‑се йй. башлап үҫешә. СССР ФА БФ‑тың Физика һәм математика бүлегендә масс‑спектрометрия ысулы м‑н кире иондарҙы теркәү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (В.И. Хвостенко). Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтында электрондарҙы атомдар, молекулалар м‑н эләктереп алыуҙың үҙенсәлектәре һәм кире иондарҙы артабан теркәү өйрәнелә (Н.Л.Әсфәндиәров, В.А. Мазунов). Башҡорт дәүләт университетында ялан электрон спектрометры уйлап табыла (Ю.М.Йомағужин). Авиация техник университетында төрлө материалдарҙың өҫкө йөҙөнөң физик‑химик торошона һәм эксплуатациялау үҙсәнлектәренә ион һәм плазма шәлкемдәренең тәьҫире тик­шерелә, газ турбиналы двигателдәрҙең һәм энергетика ҡулайламаларының деталдәрен ионлы һәм плазмалы модификациялау технологиялары һәм ҡорамалдары эшләнә (В.В. Буди­лов, В.С.Мухин, А.М.Смыслов һ.б.). 1992 й. алып ӨМЭПБ‑ла конструкция материалдарын эшкәртеүҙә вакуумлы ионлы‑плазмалы технологиялар ҡулланыла.

Ю.М.Йомағужин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: