Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭЛЕМЕНТОРГАНИК ПОЛИМЕРҘАР

Просмотров: 956

ЭЛЕМЕНТОРГАНИК ПОЛИМЕРҘАР, мономер быуынында углеводород төркөмдәре һәм органик булмаған фрагменттар булған полимерҙар. Төп сылбырҙары — органик булмаған (органик төркөмдәр м‑н уратып алынған; полиорганосилазандар, ‑силоксандар, ‑фосфазендар һ.б.), органик булған (элементорганик төркөмдәр; полиалкиленсиландар һ.б.), органик һәм органик булмаған (поликарбосиландар, ‑силоксандар, элементорганик полиэфирҙар һәм полиуретандар һ.б.) Э.п.; элемент төрө б‑са бор‑, фосфор‑, кремнийорганик полимерҙар һ.б. айырыла. Шулай уҡ уларға координацион полимерҙар (хелат полимерҙар; составына тимер, кобальт, никель, баҡыр, бериллий, цинк, марганец инә) индерелә. Э.п. үҙсәнлектәре — химик составына һәм структураһына (юғары биол. активлыҡҡа, ҡатылыҡҡа эйә; үткәргестәр һәм ярымүткәргестәр); координацион полимерҙарҙың лиганд һәм металл тибына (күбеһенсә иремәйҙәр һәм эремәйҙәр) бәйле. Төп сылбырында металл‑карбониллы фрагменттар булған полимер комплекстар органик эреткестәрҙә эрей, быялаға, металдарға адгезияһы юғары булған полимер плёнкалар, ҡаплауҙар барлыҡҡа килтерә; термик эшкәртеү ваҡытында улар структуралана, нығына. Э.п. ике йәки унан күберәк функциональ төркөмө булған берләшмәләрҙе поликонденсациялау; икеләтә бәйләнешле берләшмәләрҙе полимерлаштырыу һәм төрлө элементарҙың гидридтарын гетероциклик, миграцион полимерлаштырыу; циклды асып, бергә полимерлаштырыу‑поликонденсациялау; полимер аналоглы әүерелеүҙәр үткәреү юлы м‑н алына. Юғары т‑раға сыҙамлы ҡаплауҙар, композицион материалдар, лак һәм лак‑буяу материалдары, бетон һәм эпоксид ыҫмала ҡатырғыстары, стабилизаторҙар (ҡара: Полимерҙарҙы стабилләштереү) һ.б. сифатында ҡулланыла. Башҡортостанда кремнийорганик полимерҙар нигеҙендәге изделиелар — Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы, Ксилон” ЯСЙ, “РТП” ғилми‑производство фирмаһы (икеһе лә — Өфө) һ.б., Өфө лак‑буяу заводы; формалар Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең ҡойоу производствоһы, ӨДАТУ һ.б. тарафынан сығарыла. Органик химия институтында полиалкилалюмоксандарҙы синтезлау һәм ҡулланыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә, алюминийтриалкилдарҙы металл тоҙҙарында — биш һыулы баҡыр сульфатында һ.б. булған кристаллогидраттар составындағы һыу м‑н контроль аҫтында гидролиз‑конденсациялау юлы м‑н эреткестең координацияланған молекулалары булмаған, индивидуаль алкилалюмоксандарҙы алыу ысулы тәҡдим ителә (К.С. Минскер, Ю.А.Сангалов). Этиленды полимерлаштырыу ваҡытында алкилалюмоксандарҙың ҡайтарыусы агенттар һәм Циглер‑Натт катализаторҙарын йөрөтөүсе сифатында (А.И. Ильясова, Сангалов), бис(хлорметил)оксетандарҙы полимерлаштырыу ваҡы­тында — катионлы‑координацион катализаторҙарҙың (Ильясова, Н.М. Ишморатова), изобутиленды полимерлаштырыу ваҡытында — катион катализаторҙарының (Сангалов, Ю.Я.Нелькенбаум) активлығы юғары булыуы асыҡлана. Изобутилендың алюмоксан м‑н термоэластопластар үҙсәнлектәрен күрһәткән түбән молекуляр блоксополимерҙары алына (Сангалов, Г.А. Толстиков). Полиалюмоксандарҙың каталитик яҡтан актив формалары өсөн квант химияһы ысулдарын ҡулланып кислоталы актив үҙәктәрҙең тәбиғәте өйрәнелә (В.А.Бабкин). Кремнийорганик ацетилендарҙың күсемле металдар берләшмәләре булғанда полимерлашыуы, функциональ винилсиландарҙың катионлы полимерлашыуы тикшерелә (Ю.Б.Монаков).

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: