Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭЛОДЕЯ

Просмотров: 866

ЭЛОДЕЯ (Elodea), һыу һылыуҡастары ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 18 төрө билдәле, Америкала таралған. Башҡортостанда канада Э. үҫә. Һыу аҫтында үҫкән күп йыллыҡ ике өйлө үлән. Һабағы тарбаҡлы, ҡуйы япраҡлы, оҙонлоғо 2 м тиклем, төбөндә йөҙөп йөрөүсе оҙон тамырҙары була. Япраҡтары 3—4‑әрләп суҡтарҙа урынлашҡан, ваҡ, ултырма, ғәҙәттә ҡыяҡ ланцет формаһында, ваҡ киртләсле, ҡараһыу йә­шел төҫтә. Инә сәскәләре ваҡ, һыу өҫтөндә ята, оҙон еп һымаҡ сәскә һаптарында урынлашҡан, 3 ҡыҙғылт каса япрағы һәм 6 аҡ таж япрағы бар, емешлек ауыҙы сағыу ал ҡыҙыл. Июль—авг. сәскә ата. Суднолар, ҡоштар, ағым м‑н таралған үренде ярҙамында үрсей; судносылыҡҡа һәм балыҡсылыҡҡа ҡамасаулаған әрәмәлектәр барлыҡҡа килтерә. Быуаларҙа, йылға ҡултыҡтарында һәм иҫке үҙәндәрҙә үҫә; Башҡортостандың Урал алдындағы урман һәм урман‑дала райондарында таралған. Декоратив үҫемлек, аквариумдарҙа үҫтерелә. Мал аҙығы үҫемлеге (һарыҡ‑кәзә һәм һыйыр малы, сусҡа, йофар, һыу ҡошо, тауыҡ, балыҡ өсөн). Һыу ятҡылыҡтарының нефть һәм нефть продукттары м‑н бысраныуына тотороҡло, составында фенол булған ағынты һыуҙарҙы таҙартыу өсөн яраҡлы.

Г.Ә.Гуламанова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019