Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭЛМӘЛЕК”, башҡорт халыҡ йыры

Просмотров: 1251

“ЭЛМӘЛЕК”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1938 й. Л.Н.Лебединский тарафынан яҙып алына, Н.Иҙелбай яҙмаһында “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. Йырҙың вариантын Ғ.З.Сөләймәнов К.М.Дияровтан яҙып ала. Лирик‑драматик йыр. Төп темаһы — соц. тигеҙһеҙлек. Үҙ дәрәжәһен белгән ярлылар исеменән башҡарыла. Йыр башындағы юғары терцияға, артабан түбәнге квартаға хәрәкәттең һәм 10‑сы, 12‑се такттарҙа ре һәм до терәк өндәрҙең ҡат‑ҡат ҡабатланыуы — көйҙөң үҙенсәлеген тәшкил итә. Киң диапазоны (дуодецима) м‑н айырылып тора, лады минор пентатоникаһына нигеҙләнгән. Башҡарыусылар араһында Х.Л.Ғәлимов, Ф.Ғ. Ноғоманова, И.М.СмаҡовХор капеллаһы бар. А.Р.Хәлфетдинов тауыш һәм фп., Р.В.Сәлмәнов ҡатнаш a cappella хоры өсөн эшкәртә.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.10.2021