Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭМУЛЬСИЯЛАР

Просмотров: 1035

ЭМУЛЬСИЯЛАР, ҡатышмай торған шыйыҡсаларҙың дисперслы системалары. Тәбиғәттә һөт, үҫемлектәрҙең һөт һымаҡ һуты (ҡара: Тәбиғи каучук), эшкәртелмәгән нефть рәүе­шендә осрай; ҡан, составына липосомалар һәм микроорганизмдар ингән системалар Э. яҡын тора. Поляр мөхиттә поляр булмаған шыйыҡсаның тамсылары ингән тура Э. (“һыу эсендәге май” тибындағы), кире, йәки инверт (“май эсендәге һыу” тибындағы) Э. айырыла; Э. күмәк (дисперслы фаза — вағыраҡ тамсылар өсөн мөхит) булыуы мөмкин. Э. барлыҡҡа килеү мөмкинлеген, уларҙың тибын, тотороҡлолоғон фазалар сигендәге өҫкө йөҙ күренештәре билдәләй (ҡара: Коллоидтар химияһы); гидрофиль‑липофиль балансҡа йоғонто яһаған өҫкө йөҙҙә актив матдәләр (эмульгаторҙар, деэмульгаторҙар) м‑н көйләнә. Фазаларҙың әйләнеше (тура Э. кире Э. әйләнеүе йәки киреһенсә) мөмкин. Э. механик, электр, акустик һ.б. үтә ныҡ ваҡлау (эмульсиялау) ваҡытында, ш. уҡ үтә туйындырылған эретмәләрҙә йәки иретмәләрҙә дисперслы фаза тамсыларының конденсацияланыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Үҙенән‑үҙе үтә ныҡ ваҡланыу ике насар эреүсән шыйыҡсаның бер‑береһендә эреүе ваҡытындағы критик т‑ра эргәһендә, ш. уҡ эмульгаторҙың концентрацияһы ҙур булғанда (был ваҡытта фазалар араһындағы өҫкө йөҙҙөң тартылышы киҫкен кәмей) күҙәтелә. Эмульсиялау эмульсион полимерлашыу ваҡытында, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу өсөн ҡулланыла. Аҙыҡ‑түлек (айыртылмаған һөттө алмаштырыусы), химия сәнәғәте (яһалма күн, гербицидтар, балауыҙҙар, һыулы эмульсиялы буяуҙар), аҙ күләмле химия продукттары (энтомологик елем), дарыу (ҡан алмаштырыусы) һәм косметика саралары (крем, мазь), быраулау эретмәләре, битумлы материалдар, һеңдерелеүсе композициялар Э. рәүешендә алына. Э. седиментация һәм коалесценция һөҙөмтәһендә тарҡала, уларҙың тиҙлеген механик, электр, химик, термик тәьҫирҙәр ярҙамында арттырырға мөмкин. Деэмульсиялау — күп технологик процестарҙың нигеҙе (һөт продукттарын етештереү, латекстан каучук алыу, нефтте һыуҙан һәм тоҙҙарҙан айырыу, ағынты һыуҙарҙы таҙартыу) булып тора. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. алып Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда — Э. эмульсияланыу, стабилләшеү факторҙары һәм өҫкө йөҙҙә актив матдәләрҙе нефть сығарыуҙа файҙаланыу, БДУ м‑н берлектә — тиҙлек м‑н киноға төшөрөүҙе ҡулланып, нефтте һыу м‑н ҡыҫырыҡлап сығарыу механизмы тикшерелә. 1967 й. гидрофоб Э. м‑н ҡатламдарҙы асыу, 1966 — 67 йй. илдә тәүге тапҡыр “Арланнефть” пр‑тиеһы м‑н берлектә ҡатламға полиакриламид эретмәһен ҡыуҙырыу б‑са эштәр үткәрелә. ӨДНТУ‑ла Башҡ‑н нефть сәнәғәте ғилми‑тикше­ренеү һәм проект ин‑ты, Нефтехимия эшкәртеү ин‑ты, “Азимут” ҒПП (Өфө), Органик химия ин‑ты, “Салаватнефтеоргсинтез” ААЙ (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) м‑н берлектә тампонаж эретмәләре, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу өсөн эмульгаторҙар; Органик химия ин‑тында — оксиэтилирланған алкилфенолдар нигеҙендә эмульгатор‑стабилизаторҙар, алкилсульфохлоридтар (эмульгаторҙар өсөн сеймал) алыу ысулы һ.б. уйлап табыла. Деэмульгаторҙар уйлап сығарыу б‑са тикшеренеүҙәр Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда, Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда, Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда, КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ының (ҡара: “Уфанефтехим”) тәж.‑тикшеренеү цехында һ.б. үткәрелә. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ин‑тында эмульсияланыу факторҙары өйрәнелә, улар нигеҙендә седиментометр (Э. һәм суспензиялар­ҙың тотороҡлолоғон билдәләү өсөн прибор) эшләнә. 90‑сы йй. “ӨАИ‑ның хужалыҡ иҫәбендәге ижад үҙәге” ЯСЙ‑нда һыу‑эмульсиялы майлағыс‑һыуытыусы шыйыҡсалар — Росойл сериялы эмульсолдар уйлап табыла, улар РФ‑тың күпселек машиналар эшләү пр‑тиеларына индерелә. Механика ин‑тында (А.Т.Әхмәтов) “РН‑УфаНИПИнефть” ЯСЙ (А.Г.Телин) м‑н берлектә микроканалдарҙағы һыу‑нефтле Э. кире ағыуы ваҡытында динамик ябылыу эффекты асыла. Э. булдырыу йәки тарҡатыу өсөн ҡорамалдар “Нефтеавтоматика” ААЙ‑нда, “БашИнком” ЯСЙ‑нда (икеһе лә — Өфө), “Салаватнефтемаш” ААЙ‑нда һ.б. етештерелә.

В.П.Малинская

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: