Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭНДОГЕН ПРОЦЕСТАР

Просмотров: 784

ЭНДОГЕН ПРОЦЕСТАР, Ерҙең эске энергияһы тәьҫирендә барған геол. процестар. Э.п. энергияның төп сығанаҡтары булып йылылыҡ (башлыса радиоактив сығышлы) һәм ер аҫтында матдәнең тығыҙлыҡ б‑са яңынан бүленеүе (гравитацион дифференциация) тора. Э.п. һәм экзоген процестарҙың йыйылмаһы ер ҡабығын һәм ер өҫтө рельефын фор­малаштыра. Э.п. тектоник хәрәкәттәр, магматизм, метаморфизм, тектоник һәм вулканик ер тетрәүҙәре һ.б. ҡарай. Тектоник хәрәкәттәр (ер ҡабығы эсендә һәм үрге мантияла матдә һәм энергияның күсеүе) геол. есемдәрҙең һәм ер өҫтө рельефының төҙөлөшөн үҙгәртә; вертикаль һәм горизонталь; тирбәлеүсән (эпейрогеник) һәм тангенциаль (орогеник) тектоник хәрәкәттәр айырыла. Бер типтағы хәрәкәт икенсеһен тыуҙыра: тектоник деформациялар (йыйырсыҡлы, өҙөк, ҙур бөгөлдәр һәм ҡалҡыуҙар) барлыҡҡа килә. Вертикаль хәрәкәттәр диңгеҙҙең трансгрессияһына һәм регрессияһына, ярашлы рәүештә яуым‑төшөм тупланыуҙың тергеҙелеүенә һәм юҡҡа сығыуына килтерә, был тау тоҡомдары ҡатламдарының ятыуында сағыла. Континенталь рифт зоналарында литосфера плиталарының горизонталь күсеп йөрөүе һуҙылыу ваҡытында океандар барлыҡҡа килеүгә, шыуған ваҡытта — плиталарҙың бәрелешенә һ.б. килтерә (ҡара: Литосфера плиталары тектоникаһы). Хәрәкәтсән бүлкәттәр үҫешенең һуңғы стадияларында горизонталь хәрәкәттәр йыйырсыҡлыҡтар һәм тауҙар, өҙөк боҙоҡлоҡтар барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Барлыҡҡа килгән океандар ултырма седиментацияның төп өлкәләре булып тора, уларҙың урынында эрозия һәм денудация процестары өҫтөнлөк иткән ҡоро ер барлыҡҡа килә. Магматик сығанаҡтар мантияла һәм ер ҡабығында барлыҡҡа килә, магма ер аҫтында (интрузив магматизм) йәки ер өҫтөндә (вулканизм) һыуына, интрузив, вулканоген һәм вулканоген‑һыныҡ тоҡомдар формалаша. Йыйырсыҡлы деформациялар, магматизм, ер тетрәүҙәр юғары т‑ралар, баҫым һәм осоусан компоненттар тәьҫирендә, яңынан кристаллашыу һәм метаморфик тоҡомдар барлыҡҡа килеү м‑н бергә барған метаморфизмдың үҫешенә булышлыҡ итә. Э.п. Урал, Көнсығыш Европа платформаһының кристаллик нигеҙе формалашыуында төп роль уйнай. Э.п. аҫыл таштар ятҡылыҡтары, төп мәғдән ятҡылыҡтарының барлыҡҡа килеүе бәйле, йыш ҡына улар емерелгән ваҡытта алтын, саф ағалтын һ.б. һибелмә ятҡылыҡтар формалаша. Шулай уҡ ҡара: Геодинамика, Тектоника.

П.Н.Швецов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019