Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭНТОДОН

Просмотров: 676

ЭНТОДОН (Entodon), энтодондар ғаиләһенә ҡараған мүк һымаҡтар заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, күбеһенсә ике ярымшарҙың да уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда һомғол Э. һәм Шлейхер Э. үҫә. Йәшел йәки һары‑йәшел төҫтәге кәүшәк ялтыр кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ бер, һирәк осраҡта ике өйлө емеш эргәһендәге мүктәр. Һабаҡтары йәйенке, ҡуйы йәки тарбайған ҡыйғас ботаҡлы, бейеклеге 3—10 см. Япраҡтары батынҡы, йомортҡа һымаҡ, өҫкө өлөшө тупаҡ йәки йомро. Тамырсыҡтары ҡыҫҡа, ике ҡатлы йәки юҡ. Шлейхер Э. споралар м‑н, һомғол Э. башлыса вегетатив үрсей. Дизъюнктив ареалы бар, киң япраҡлы урмандарҙа ауған ағастар өйөмөндә, тау йылғаларының ярҙары буйлап эзбизле таштарҙа һәм ишелмәләрҙә үҫә. Белорет, Бөрйән, Ишембай, Мәләүез р‑ндарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Э.З.Байышева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: