Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭПИГРАФИКА

Просмотров: 1331

ЭПИГРАФИКА (гр. epigraphē — яҙма), ҡаты материалдарҙағы (таш, металл, ағас, балсыҡ һ.б.) яҙмаларҙы (күбеһенсә боронғо һәм урта быуат) өйрәнгән өҫтәмә тарихи һәм филол. фән. Яҙма ҡомартҡыларҙың билдәле бер мәҙәниәткә ҡарағанлығын асыҡлай, уларҙы дешифровкалай, тулыландыра һәм датаһын билдәләй. Палеография, текстология м‑н бәйле. 6 б. ҡараған Орхон‑Йәнәсәй ҡомартҡылары телендәге боронғо төрки рун яҙмалары Монголиянан алып Венгрияға тиклемге терр‑яла билдәле, ҡаяларҙа, стелаларҙа, металл, ағас һәм күн әйберҙәрҙә башҡарылған. Ҡомартҡыларҙың тел үҙенсәлектәре хәҙ. төрки телдәрҙең, ш. иҫ. башҡорт теленең, тарихы б‑са тикшеренеүҙәрҙә ҡулланыла. Башҡортостан терр‑яһында табылған ғәрәп яҙмаһындағы иң боронғо яҙмалар 14 б. ҡарай: Хөсәйенбәк кәшәнәһендәге һәм Саҡмағош р‑ны Иҫке Ҡалмаш а. эргәһендәге ҡәбер таштары (рун тексы өҫтөнә, ҡара: Боронғо төрки рун яҙмаһы; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, башҡорт тамғалары өҫтөнә яҙылған). Тамғалы эпиграфик ҡомартҡыларға ш. уҡ Әлшәй р‑ны Ташлы а. янындағы Килен ташы (Ҡолонташ) кеүек ғибәҙәт табыныу таштары инә. Эпиграфик ҡомартҡыларҙы өйрәнеү м‑н Һ.В.Йосопов, Р.Ф.Фәхретдинов (Урал‑Волга буйы төбәгендә уның тарафынан ҡәбер таштарынан текстар һәм шиғри бағышламалар яҙып алына, Э. һәм эпитафияның айырым өлгөләре баҫтырып сығарыла), Ғ.Б.Хөсәйенов шөғөлләнгән.

Әҙәб.: Хөсәйенов Ғ.Б. Башҡортостанда эпиграфия һәм эпитафия //Башҡорт халҡының рухи донъяһы. Өфө, 2003; Малов С.Е. Памятники древнетюркской письменности. М.; Л., 1951.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: