Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭПОКСИД ЫҪМАЛАЛАРЫ

Просмотров: 1023

ЭПОКСИД ЫҪМАЛАЛАРЫ, составында глицидил (бифункциональ молекулаларҙың остарында урынлашҡан) йәки эпоксид (олигомер сылбырҙар йәки циклдар составында) төркөмдәре 2‑нән кәм булмаған мономерҙар һәм олигомерҙар. Түбән (350 — 450), уртаса (500 — 1000), юғары (1000 — 3500) молекуляр; баштағы сеймалы б‑са дифенилолпропан (Э.ы. етештереүҙең 90%‑ы), гликолдәр, фенолоальдегид ыҫмалалары һ.б. нигеҙендәге Э.ы. айырыла.

Асыҡ һарынан алып көрәнгә тиклем төҫтәге ҡуйы шыйыҡ йәки ҡаты мурт матдәләр; ароматик углеводородтарҙа, кетондарҙа эрей. Глицидил төркөмлө Э.ы. эпихлоргидринды йәки глицидолды амидтар, аминдар, карбон кислоталары, спирттар, фенолдар һ.б. м‑н тәьҫирләштереү; эпоксид төркөмлө Э.ы. — туйындырылмаған надкислоталарҙы эпоксидлау; Э.ы. композициялары — тултырғыстар, пластификаторҙар (ҡара: Полимерҙарҙы пластификациялау), пигменттар, ҡуйылыҡ көйләгестәре (поливинилбутираль һ.б.) индереү юлы м‑н алына. Бетонға, быялаға һәм металдарға юғары адгезияһы, химик тотороҡлолоғо, ныҡлығы ҡатыу механизмы (ҡораулы полимерҙар ди‑, полиаминдар, күп нигеҙле к‑талар, күп атомлы спирттар һәм фенолдар м‑н поликонденсациялау юлы м‑н; трет‑аминдар, Льюис к‑талары һәм уларҙың нигеҙле комплекстары һ.б. тәьҫирендә ионлы полимерлашыу ваҡытында; дицианамидтар булғанда бер үк ваҡытта ике процесс м‑н барлыҡҡа килә), ҡа­тырғыс тибы, композиция составы м‑н билдәләнә. Һалҡын хәлдә ҡатырыу композициялары (20°С; ҡатып етеүе 50 — 100°С булғанда 2—12 сәғ. эсендә) герметиклаштырыусы составтар, ҡойоу компаундтары, һаҡлағыс ҡаплауҙар, полимер елемдәр (бутадиен‑нитриллы каучуктар, олигоэфиракрилаттар, полиамидтар, полисульфидтар һ.б. м‑н бергә), лак һәм лак‑буяу материалдары (ш. иҫ. еүеш йөҙҙәргә һөртөү өсөн һыулы эмульсиялы составтар, металға ағым, плазма, электростатик, шыйығайтылған кеүек ҡатлам яһау һ.б. ысулдар өсөн онтаҡ буяуҙар), гидроизоляция һәм түбә материалдары; йылытып (100 — 130°С булғанда бер нисә сәғәт, йоҡа ҡатламдарҙа — секунд эсендә, ҡайһы берҙә катализаторҙар ҡатнашлығында) ҡатырыу композициялары — ныҡлығы юғары булған композицион материалдар, конструкция материалдары, пластик массалар, юл япмаһы бәйләүестәре сифатында ҡулланыла. Башҡортостанда 1972 — 2004 йй. “Уфахимпром” ААЙ‑нда Э, ЭД (үҙендә етештерелгән дифенилолпропан нигеҙендә), ДЭГ, ТЭГ маркалы (“Газпром нефтехим Салават” ААЙ продукцияһы нигеҙендә ярашлы рәүештә ди‑, триэтиленгликоль) Э.ы., ЭК маркалы һалҡын килеш ҡатырыу компаундтары, онтаҡ буяуҙар, эмалдәр, универсаль автогерметик һәм ҡойолма иҙәндәр өсөн Эпонал составы сығарыла. “Каустик” ААЙ эпихлоргидрин етештерә. Э.ы. Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводында һаҡлағыс ҡаплауҙар составында өрөп тултырмалы кәмәләр, Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә — һеңдереү һәм ҡойоу компаундтары, “Искож”, “Каустик” ААЙ‑ларында — поливинилхлорид нигеҙендәге материалдарҙы стабилләштереүсе композициялар етештереү өсөн файҙаланыла. Э.ы. һәм быяла сүстәр (вертолёттарҙың винт баштарын етештереү өсөн), быяла‑, угле‑, органик сүстәр нигеҙендәге композицион материалдар (К‑226 вертолёттарының корпустары) Күмертау авиация производство предприятиеһында; Э.ы. быяла пластиктарҙағы (гидроциклдар, “Рысь” ҡаргиҙәре корпустары) бәйләүестәр сифатында Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә ҡулланыла. 90‑сы йй. Органик химия ин‑тында Э.ы. акрил эфирҙары нигеҙендә сүсле‑оптик элемтә линияһы кабелдәре өсөн фотоҡатыусы бәйләүестәр уйлап сы­ғарыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (Э.М.Батталов, Г.В.Леплянин). ӨДАТУ‑ла эпоксид бәйләүесле яңы композицион материалдар эҙләү алып барыла (Ю.С.Первушин).

С.В.Колесов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: