ЭСТОНИЯ
ЭСТОНИЯ, Эстон Республикаһы, Көнсығыш Европала, Балтик буйында урынлашҡан дәүләт. Майҙаны — 43,5 мең км2. Баш ҡалаһы — Таллин. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 1,3 млн кеше (2016): эстондар, урыҫтар, украиндар, белорустар һ.б.; 112 башҡорт йәшәй (2011). Рәсми тел — эстон теле. Диндарҙарҙың күпселеге — православие динендәгеләр, лютерандар.
БР‑ҙың Э. м‑н бәйләнештәре РФ һәм Э. мөнәсәбәттәре сиктәрендә алып барыла. БР‑ҙың Салауат ҡ., Салауат р‑ны һәм Э. Палдиски ҡ. араһында Хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә ҡул ҡуйылған (1997, 2012). БР хөкүмәте делегацияһының һәм эшлекле даирә вәкилдәренең — Э. (1997, 2000, 2004, 2010, 2012); Э. делегацияһының Башҡортостанға (1984, 1997, 2004, 2012) рәсми визиттары була. Э. төбәк вәкиллеге функцияһын БР‑ҙың С.‑Петербургтағы Даими вәкиллеге башҡара (1997 й. алып). “Балтик буйы диалогы — Салауат Юлаев эҙҙәре буйлап” (“Прибалтийский диалог — по следам Салавата Юлаева”) халыҡ‑ара акция үткәрелә, уның сиктәрендә берлектәге мәҙәни саралар (2010), Э., Латвия һәм БР эшлекле даирәләре ҡатнашлығында (30‑ҙан ашыу компания) бизнес‑форум (2012; икеһе лә — Палдиски) уҙғарыла. 2—4‑се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында (конгресында) Э. делегаттар ҡатнаша. БР‑ҙың БДБ‑нан тыш илдәр м‑н тышҡы сауҙа әйләнешендә Э. өлөшөнә 0,4% тура килә (2014). БР‑ҙың һәм Э. тауар әйләнеше 47,5 млн АҠШ доллары тәшкил итә (2000 й. ҡарағанда 1,04 тапҡыр күберәк). БР‑ҙың Э. экспорты — 47,2 млн доллар (2000 й. — 45,6 млн доллар); уның тауар структураһында ҡағыҙ изделиелары, ағас, каучук, яғыулыҡ һ.б. өҫтөнлөк итә. Э. минераль һәм химия продукттары, машина һәм ҡорамалдар импорты 0,03 млн доллар (2000 й. — 0,1 млн доллар) тәшкил итә.
Башҡортостан м‑н Э. араһында борондан килгән тарихи бәйләнештәр бар. Башҡорттар 1558—83 йй. Ливон һуғышында, 1700—21 йй. Төньяҡ һуғышта (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) ҡатнаша. Эстляндия губ. Балтик Порты ҡ. (1922 й. алып Палдиски) Ҡәнзәфәр Усаев, Салауат Юлаев, И.И.Ульянов, Юлай Аҙналин һ.б. ғүмерлек һөргөндә була. Ҡырым һуғышы (1853—56) ваҡытында 3‑сө башҡорт полкы Эстляндия күҙәтеү отряды составында Балтик буйында инглиз һәм француз десантын юҡ итеүҙә ҡатнаша. Республика терр‑яһында Эстляндия губ. күсенгән эстондарҙың тәүге торамалары күскенселек хәрәкәте барышында барлыҡҡа килә. 19 б. аҙ. — 20 б. башында Ревель (хәҙ. Таллин), Нарва ҡҡ. ҡарабойҙай, һоло, бойҙай, арыш сығарыла. 40‑сы йй. башында БАССР‑ға Балтик буйы эстондарының күбеһе, ш. иҫ. К.Пятс, һөргөнгә ебәрелә.
Химия ин‑ты (ҡара: Органик химия институты) һәм Эстон ССР‑ы ФА‑ның Химия ин‑ты ғалимдары простагландиндарҙы синтезлау һәм эстуфалан ветеринария препаратын эшләп сығарыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрә. 1999 й. Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәге, ТТӘИ, БДПИ коллективтары һәм Э. ғалимдары Иҙрис мәмерйәһен, Шүлгәнташты һ.б. өйрәнеү б‑са археологик экспедицияла ҡатнаша. Биохимия һәм генетика институты, Ботаника баҡса‑институты һәм Эстония биоүҙәге (Тарту ҡ.) тарафынан берлектә тикшеренеүҙәр үткәрелә. БР Фәндәр академияһы һәм Э. ФА араһында килешеү (2008, 2012), Гимназия‑интернат №1 һәм Палдиски ҡ. Урыҫ гимназияһы араһында дуҫлыҡ бәйләнештәре (1982 й. алып) булдырыла.
Эстон яҙыусылары Й.Барбарус, Э.Нийт, М.Нурме, Р.Парве, Э.Раннет, Й.Семпер һ.б. әҫәрҙәре башҡорт теленә; Ә.Һ.Бикчәнтәев, М.Ғафури, Ф.Ә.Иҫәнғолов, М.Кәрим, Ә.М. Мирзаһитов һ.б. әҫәрҙәре эстон теленә тәржемә ителә. Таллинда Урыҫ драма театры гастролдәре була (1971). Палдиски ҡ. урамдарҙың береһенә Салауат Юлаев исеме бирелгән. Өфөлә Э. Г.Г.Эрнесакс етәкс. Акад. ир‑егеттәр хоры сығыш яһай (1965). “Эстония” Милли опера солисы В.Валдмаа һәм БР Хор капеллаһының берлектәге сығышы була (2006). 2003 й. алып Э. һабантуйҙар үткәрелә (бөтәһе лә — Палдиски).
Э. “Ағиҙел” Башҡорт мәҙәни йәмғиәте эшләй (Таллин, 2000 й. алып). БР‑ҙа 219 эстон йәшәй (2010); Э. тыуған Б.Н.Нимвицкий һ.б. эшмәкәрлеге Башҡортостан м‑н бәйле.
Әҙәб.: Садиҡов Р.Р. Эстонцы на Южном Урале. Уфа, 2012; Салават Юлаев. Эстония помнит: посвящается 260‑летию башкирского национального героя Салавата Юлаева /сост. Ф.Хайруллина. 2‑е изд. Таллин, 2014.
Г.Т.Хөсәйенова
Тәрж. М.Х.Хужин