Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭТИЛ СПИРТЫ

Просмотров: 1132

ЭТИЛ СПИРТЫ, этанол, С2Н5ОН, бер атомлы алифатик спирт. Хайуандарҙың һәм кешеләрҙең туҡымалары, ҡаны составында бар; әсегән емеш һәм еләктәрҙә барлыҡҡа килгән углеводтарҙың спиртлы әсеү продукты. Яна торған үҙенсәлекле еҫле төҫһөҙ шыйыҡса; tиреү — 114,15°С, tҡайнау 78,39°С, тығыҙлығы 794 кг/м3, үҙенән‑үҙе янып китеү т‑раһы 13°С. Һауа м‑н (3,28—18,95% миҡдарҙа) шартлаусан ҡатышма, һыуҙа һәм органик эреткестәрҙә эрегәндә — азеотроп ҡатышмалар, һелтеле металдар м‑н этилаттар, к‑талар м‑н — ҡат­марлы эфирҙар, эпоксидтар м‑н — гидроксиэфирҙар, карбониллы берләшмәләр м‑н — ацеталдәр, натрий гипохлориты м‑н — хлороформ, аммиак м‑н — этиламин барлыҡҡа килтерә; ацетальдегидҡа һәм уксус кислотаһына тиклем окислана (химик һәм ферментатив), этанға тиклем ҡайтарыла. Э.с. дегидратацияһы ваҡытында этилен һәм этил эфиры, хлорлау ваҡытында — хлораль барлыҡҡа килә. Наркотик тәьҫире бар, ПДК 1000 мг/м3. Сәнәғәттә этиленды каталитик гидратациялау (синтетик Э.с.); аҙыҡ сеймалын (ашлыҡ, картуф), үҫемлек материалдарының (үҙағас, һалам, көнбағыш ҡабығы), ағас эшкәртеү (сульфит көл һелтеһе), шәкәр етештереү ҡалдыҡтарының гидролизланыуы продукттарын әсетеү юлы м‑н; синтез‑газдан (тура синтезлау йәки метил спирты аша) алына. Этиленды гидратациялағанда өҫтәмә продукттар: ацетальдегид, диэтил эфиры, кротонлы альдегид, ацетон, С3— С4 спирттары, метилэтилкетон, түбән молекуляр полиэтилен; әсеткәндә — С3— С5 спирттары (сивуха майы), ацетальдегид, глицерин, гәрәбә к‑таһы һ.б.; гидролизатты комплекслы эшкәрткәндә — фурфурол, мал аҙығы сүпрәһе, гипс, лигнин барлыҡҡа килә. Сәнәғәттә алынған эшкәртелмәгән спирт ағыулы (техник маҡсатта файҙаланыла). Э.с. өҫтәлмә продукттарҙан ректификация юлы м‑н таҙартыла (96% концентрацияға тиклем). Артабанғы һыуһыҙландырыу (абсолютлаштырыу; 99,9%) өслө ҡатышманы (һыу—спирт— бензол) ректификациялау, бензин фракцияһы м‑н азеотроп ҡыуыу, молекуляр иләк йәки ярым үткәреүсән мембраналарҙа шыйығайтылған газдар (углекислый газ, алкендар һ.б.), реагенттар (кальций оксиды, металл хәлендәге магний, кальций) ярҙамында адсорбциялау юлы м‑н башҡарыла. Лак‑буяу һәм фармацевтика сәнәғәтендә эреткес сифатында, кинофотоматериалдар, радиоэлектроника һәм көнкүреш химияһы тауарҙары, шартлаусан мат­дәләр һ.б. етештереүҙә; мотор яғыулығы, антифриз компоненты сифатында ҡулланыла. 1,3‑бутадиен (ҡара: Синтетик каучуктар), винилэтил һәм диэтил эфирҙары, этилен, ацетальдегид, этилацетат, тетраэтилсвинец, уксус к‑таһы, этилакрилаттар, этилсиликаттар, аҡһымлы‑витаминлы концентрат һ.б. алыу сеймалы. Э.с. медицинала дезинфекциялау өсөн, өҫкө ҡан тамырҙарын киңәйтеү сараһы, аҡһым коагулянты булараҡ, ш. иҫ. бешеүҙе дауалау өсөн ҡулланыла. Э.с. күпселек өлөшө ликёр‑араҡы сәнәғәтендә файҙаланыла. Башҡорто­станда тәбиғи сеймалдан Э.с. етештереү 18 б. уртаһында шарап ҡыуыу заводтарында башлана. Башҡортостан биохимия комбинатында 1986—93 йй. Э.с. аҡһымлы‑витаминлы концентрат әҙерләү сеймалы сифатында ҡулланыла. БР‑ҙа аҙыҡ‑түлек сеймалынан Э.с. төп етештереүселәр — Бөрө спирт‑араҡы комбинаты, Бәләбәй спирт‑араҡы комбинаты, Өфө спирт‑араҡы комбинаты, Ермолаевка спирт‑араҡы комбинаты, “Ирәмәл”, Ишембай шарап‑араҡы заводы, Стәрлетамаҡ спирт‑араҡы комбинаты. Этиленды туранан‑тура гидратациялау юлы м‑н синтетик Э.с. етештереү 1956 й. Өфө синтетик спирт з‑дында башлана (ҡара: “Уфаоргсинтез”). 90‑сы йй. аҙ. алып Э.с. етештереү күләме РФ‑та етештерелгәндең яртыһын тиерлек тәшкил итә.

Р.Ф.Талипов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: