Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭТНОЛОГИК ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ

Просмотров: 1619

ЭТНОЛОГИК ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ, 1993 й. Өфөлә РФА‑ның Өфө ФҮ‑ндә Археология һәм этнография музейы м‑н Урал халыҡтары бүлеге булараҡ асыла, 1999 й. алып РФА‑ның Өфө ФҮ‑ндәге Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәге, 2008 й. — РФА‑ның Өфө ФҮ‑ндәге Этнологик тикшеренеүҙәр ин‑ты. 2011 й. ин‑тҡа Р.Ғ.Кузеев исеме бирелә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: Башҡортостан халыҡтарының этнографияһы һәм этник тарихы, археология, дин ғилеме, этнополитология б‑са тикшеренеүҙәр, археологик ҡомартҡы материалдарын өйрәнеү һ.б. йүнәлештәр. Ин‑т составына 4 бүлек, Археология һәм этнография музейы инә. 25 ғилми хеҙм‑р араһында 4 фән д‑ры һәм 11 фән канд. бар (2010). 2 һөнәр б‑са аспирантура һәм докторантура эшләй. 1994—2000 йй. кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлау б‑са совет була. Ин‑т ғалимдары 2003—12 йй. “Башҡортостан халыҡтары” дәүләт программаһын эшләүҙә ҡатнаша; улар тарафынан респ. көнсығыш славян, төрки һәм фин­уғыр халыҡтарының этнографияһы һәм традицион мәҙәниәте б‑са материалдар асыҡлана һәм дөйөмләштерелә (ҡара: Волга‑Урал тарихи‑этнография өлкәһе); Көньяҡ Уралдағы көн­сығыш славян халыҡтарының муз. фольклорына тикшеренеүҙәр үткәрелә, археологик экспедициялар, этнографик экспедициялар барышында Көньяҡ Уралдағы археологик ҡомартҡыларҙың материалдары, төрлө халыҡтарҙың биҙәүҡулланма сәнғәте предметтарының, ш. иҫ. башҡорт кейемдәренең, традицион биҙәүестәрҙең, традицион йыһаздарҙың коллекциялары һ.б. йыйыла. Филипповка ҡурғандарынан археологик табылдыҡтар коллекцияһы Дәүләт тарих музейында (Мәскәү), Эрмитажда (С.‑Петербург), АҠШ, Италия музейҙарында күргәҙмәгә ҡуйыла. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. “Башҡортостан халыҡтары” (“Народы Башкортостана”; 2002), “Евразияның алтын боландары” (“Золотые олени Евразии”; 2003), “Башҡортостандың милли һәм дәүләт ҡо­ролошо (1917—1925 йй.)” [“Национально‑государственное устройство Башкортостана (1917— 1925 гг.)”; 4 томда, 7 китап, 2002—2009], “Мәрйен һәм тәңкәләрҙән башҡорт түш биҙәүестәре” (“Башкирские нагрудные украшения из кораллов и монет”; 2005), “Археология һәм этно­графия музейы” (“Музей археологии и этнографии”; 2007), “ХХ быуатта Башҡортостанда тел өлкәһендәге сәйәсәт” (“Языковая политика в Башкортостане в ХХ веке”; 2 томда, 2007— 2008), “Рәсәйҙең тарихи‑хоҡуҡи киңлегендә ислам һәм Көньяҡ Урал мосолмандары” (“Ислам и мусульмане Южного Урала в историко‑правовом пространстве России”; 2009), нәшер ителә. БР ФА, РФА ин‑ттары, БР‑ҙың, РФ‑тың тармаҡ фәнни үҙәктәре, вуздары, музейҙары һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир.: Кузеев (1993 й. алып), А.В.Псәнчин (2000 й. алып вазифа башҡарыусы), М.Ж. Кейекбаев (2001 й. алып вазифа башҡарыусы), А.Б.Юнысова (2003 й. алып), Р.М.Мөхәмәтйәнова‑Дуггал (2016 й. алып вазифа башҡарыусы). Ин‑т бинаһы (элекке Поносова‑Молло Е.А. йорто) ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора; унда Кузеев иҫтәлеге мөйөшө урынлашҡан, ишек эргәһендә уның барельефы һәм бюсы ҡуйылған.

А.Б.Юнысова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.02.2020