Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭТНОНИМИКА

Просмотров: 1127

ЭТНОНИМИКА (этнос һәм гр. оnyma — исем), этностарҙың, ҡәбиләләрҙең, ырыуҙарҙың, ырыу бүленешенең килеп сығышын, таралыуын, яҙылышын, атамаһы (этнонимы) аңлатмаһын өйрәнгән ономастика бүлеге. Антропология, антропонимика, археография, башҡорттар тураһында фән, генеалогия, диалектология, тарихи география, тыуған яҡты өйрәнеү, текстология, топонимика, фольклористика, эпиграфика, этнология м‑н тығыҙ бәйләнештә үҫешә, башҡорт теле тарихын, башҡорт теленең диалекттарын, тел‑ара бәйләнештәрҙе өйрәнеүҙә киң ҡулланыла. Автоэтнонимдар — этностың үҙ атамаһы (башҡорт), аллоэтнонимдар — башҡа халыҡтар биргән атамалар (иштәк — ҡаҙаҡтар һәм ҡалмыҡтар; башкир, башкирец, башкирцы — урыҫтар биргән атама) — айырыла. Башҡорт этнонимы т‑да иң иртә мәғлүмәттәр Сәлләм Тәржемән, Балхи, Истахри, Масуди, Мәхмүт Ҡашғари, Иҙриси, В.Рубрук, Плано Карпини, Якут һ.б. хеҙмәттәрендә, урыҫ йылъяҙмаларында, ыҙан китаптарында, рәүиз мәғлүмәттәрендә, яһаҡ китаптарында һ.б., шәжәрәләрҙә, башҡорт эпостарында, легендаларында, риүәйәттәрендә, тарихи сығанаҡтарҙа осрай. 18— 19 бб. Э. үҫеше В.Н.Татищев, П.И.Рычков, И.И. Лепёхин, П.С.Паллас, В.В. Вельяминов­-Зернов, В.С.Юматов, Д.А. Хвольсон һ.б. эшмәкәрлеге м‑н бәйле була. 20 б. Э. үҫешенә В.И.Филоненко, С.И.Руденко, Ә.Ә.Вәлидов, Р.Ғ. Кузеев, Р.Б.Әхмәров, Ә.Ғ.Бейешев, Н.В.Бикбулатов, Т.М.Ғарипов һ.б. һиҙелерлек өлөш индерә. Ырыу‑ҡәбилә Э. Кузеев тарафынан башҡорт телендә этнонимдарҙың барлыҡҡа килеү классификацияһы эшләнә: патронимик, ата‑баба исеменән килеп сыҡҡан (тәтегәс, алтынбай һ.б.); тотемистик — хайуандар, үҫемлектәр, ҡоштар, балыҡтар һ.б. атамаларынан (айыу, һайыҫҡан, йылан, күгәрсен һ.б.); этник — башҡа халыҡтар м‑н этномәҙәни аралашыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән [мари (сирмеш), ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, мишәр, нуғай, урыҫ, сыуаш, төрөкмән һ.б.]; то­пографик (ялан‑ҡатай, урман‑көҙәй, һыу‑танып һ.б.); традицион кәсепте (айыусы, балыҡсы) йәки төркөм үҙенсәлеген (табылды, килмешәк, тартай) сағылдырған этнонимдар; һандарҙан барлыҡҡа килгән этнонимдар (бишул, туғыҙ һ.б.). Этнонимдар йыш ҡына этнос биләгән терр‑я атамаһында (торама пунктында) ҡулланыла: башҡорт — Башҡортостан, байлар — Иҫке Байлар а. (ТР); билдәле этник берлек тарафынан файҙаланылған лингвонимдар (телдәр йәки уларҙың диалекттары атамаһы) м‑н тиңләштерелә: “башҡорт” һүҙенән барлыҡҡа килгән “башҡорт теле” һ.б.

Әҙәб.: С и р а ж и т д и н о в Р.А. Башкирская этнонимия. Бирск, 1999; К у з е е в Р.Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения. Уфа, 2010.

Ф.Ғ.Хисамитдинова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: