Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭФЕДРА

Просмотров: 934

ЭФЕДРА, ҡ ы ҙ ы л с а (Ephedra), эфедра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Евразияның, Төньяҡ Африканың, Үҙәк һәм Көньяҡ Американың дала, урман‑дала, сүл һәм тау райондарында таралған 60‑тан ашыу төрө билдәле. Башҡортостанда ике башаҡлы Э., йәки Кузьмич үләне үҫә. Яланғас орлоҡлолар бүлегенә ҡараған ныҡ тарбаҡлы мәңге йәшел ике өйлө бәләкәй ҡыуаҡлыҡ, ҡырҡбыуынды хәтерләтә, бейеклеге 5—30 см. Һабағы быуынлы, ҡыҫҡа быуын аралары һәм ҡуйы һоро ҡабығы була; ботаҡтары ҡаты, буйға бураҙналы. Япраҡтары тәңкә рәүешле, быуындарҙа урынлашҡан, төбөндә ҡушылып үҫә. Ҙур булмаған башаҡтары бер енесле ваҡ тубырсыҡтарҙан (стробилдар) тора: ата тубырсыҡтар (микростробилдар) төптәре ҡушылып үҫкән бер пар тәңкәнән (япма) һәм һеркәстәрҙе хәтерләткән структуранан (4 микроспорангийы булған колонкаһы бар) ғибәрәт, инә тубырсыҡтар (мегастробилдар) 1—3 орлоҡ бөрөһө һәм 2—4 пар тәңкәһе булған ҡуйын ботаҡсыҡтарында урынлашҡан. Июнь айында һеркәләнә. Формалашыусы орлоғо ҡушылып үҫкән бер пар өҫкө һутлы тәңкә м‑н уратып алына, июль—авг. өлгөргән ҡыҙғылт һары тубырсыҡ‑еләк барлыҡҡа килә. Орлоҡтар м‑н үрсей. Респ. бөтә дала һәм урман‑дала зоналарындағы ташлы далаларҙа һәм ҡаяларҙа үҫә, һирәкләп Мәсәғүт урман‑далаһында осрай. Асылыкүл тәбиғи паркы, Бунин урманы заказнигы һәм ҡайһы бер тәбиғәт ҡомартҡылары терр‑яһында һаҡлана. Ағыулы үҫемлек. Декоратив үҫемлек. Составында алкалоидтар, дуплау матдәләре бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019