Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭФЕМЕРОИДТАР

Просмотров: 1018

ЭФЕМЕРОИДТАР (гр. ephemeros — бер көнлөк һәм eidos — төр), яҙ көнө ҡыҫҡа ваҡыт эсендә вегетирлаусы һәм йылдың күпселек өлөшөндә тынлыҡ хәлендә булыусы күп йыллыҡ үләндәр. Йәй көнө уларҙың ер аҫтындағы күп йыллыҡ ағзаларынан (тамырһабаҡтар, һуғанбаштар һ.б.) айырмалы рәүештә ер өҫтө ағзалары ҡорой. Түбән т‑раларҙа үҫергә һәм оҙаҡҡа һуҙылмаған туңыуҙы күтәрә алырға мөмкин. Ҡоролоҡло экосистема (дала, сүл, ярымсүл) һәм урман Э. айырыла; геофиттар булып тора. Далаларҙа, сүлдәрҙә, ярымсүлдәрҙә үҫкән үҫемлектәрҙәге юғары т‑раның түбән дымлылыҡ м‑н берлектәге тәьҫире вегетация осороноң ҡыҫҡарыуына һәм уларҙың ер аҫты ағзаларында һыу һаҡлаусы структуралар (һутлы эске тәңкәләре булған һуғанбаштар) формалашыуға сәбәпсе була. БР далаларында Биберштейн тюльпаны һәм бүлбеле бесәй үләне үҫә. Урман Э. йәшәү циклының актив фазаһы ағастарҙың япраҡ ярыуына һәм тупраҡ өҫтө ҡатламының башҡа төрҙәре үҫешенә тиклем дауам итә; айырыуса япраҡлы урмандарҙа күп була (елбегәй, ҡаҙ йыуаһы, тығыҙ яҙ йондоҙо, яҙ ҡарлуғас үләне һ.б.). Декоратив (ҡаҙ йыуаһы, тюльпан һ.б. төрҙәре), баллы, һитәле (тығыҙ яҙ йондоҙо, һары ҡаҙ йыуаһы һ.б.), ағыулы үҫемлектәр (елбегәй төрҙәре). Э. күп төрҙәре халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Рус сыбар сәскәһе, сатраш сыбар сәскәһе, урал елбегәйе БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Л.Ғ.Наумова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019